Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
6 Февраль 2025, 23:00

50 йәшлек ҡурайсы Рушан Биктимеровты ялға ебәрмәкселәр

Егеттәр кеүек артисыбыҙ ялға мохтаж түгел дә кеүек. Бөгөн генә Өфөнө гөрләтеп, аншлаг менән концерт үткәрҙе бит. Артабан сайтта уҡығыҙ:

50 йәшлек ҡурайсы Рушан Биктимеровты ялға ебәрмәкселәр
50 йәшлек ҡурайсы Рушан Биктимеровты ялға ебәрмәкселәр

Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров 50 йәшлек юбилейын бөгөн сәхнә түрендә билдәләне. Концерт Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уҙҙы.

Артисты ҡотларға тип, республика филармонияларынан коллегалары һәм яҡташтары килде.

Әбйәлилдәр Рушан Биктимеровҡа йырлы-бейеүле дәртле сығыш һәм ял йортона юллама бүләк итте.

— Бик кеселекле, кешелекле булғаның өсөн барыбыҙ ҙа һине хөрмәт итәбеҙ, шуға ла алыҫ араны яҡынайтып, юбилейыңа килеп еттек, — тине яҡташтары.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың юбилярға исемләнгән ҡотлау сәләмен Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин уҡып ишеттерҙе.

Автор видеоһы.

Автор: Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас