Алдан хәбәр итеүебеҙсә, популяр йырсы Илһөйә Бәҙретдинованың Өфө ҡалаһында гастролдәре ҙур аншлаг менән бара. Илһөйә Бәҙретдинова әленән-әле үҙенең социаль сәхифәһендә төрлө яңылыҡтары менән уртаҡлаша, серҙәре менән бүлешә. Был юлы беренсе мөхәббәте тураһында яҙыу ҡалдырған.
"Беренсе мөхәббәт 16 йәштә килде. Уға тиклем оҙатып ҡына йөрөүҙәр булғандыр инде. 17 тулмаған ине әле. Шул егеткә күҙем төштө. Исемен әйтмәйем. Ул өйләнгән. Бәпәйҙәре бар.
Бер-беребеҙҙе бик ныҡ яратышып йөрөгәндә юлдар айырылды. Сөнки ул бандит ине. Урамда - 1997 йылдар... Ул әйләнеп ҡайтҡанса мин кейәүгә сыҡтым", - ти Илһөйә Бәҙретдинова.
Ә һеҙ тәүге мөхәббәтегеҙ тураһында ниндәй хәтирәләр йөрөтәһегеҙ? Үҙ фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси сәхифәһенән.