15 йыл әүәл республикабыҙҙа өр-яңы радио эфир тулҡындарына сыҡты. “Ашҡаҙар”исеме уға үтә лә дөрөҫ ҡушылған. Данлы Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ йырына ул да, үҙенсә, ғүмерлек һәйкәл! Билдәле булыуынса, Ашҡаҙар йылғаһының оҙонлоғо 165 саҡрым, эфир тулҡындары ла унан һис кәм түгел: Өфө - ФМ 66. 68 МГц! Көслө радиомагнит тулҡындары уны әллә ҡайҙарға еткереп тора, көн әйләнәһенә ул халҡыбыҙҙың күңел ярҙарын ҡаға. Даръябыҙ ҙа Юрматы ырыуы ерҙәре буйлап миллион йылдар аға, дымы менән ерҙе, үҫемлек донъяһын һуғара, нисәмә йылдар ауыл һәм ҡалаларҙы “аш”ҡа (фарсыса – авт.) – таҙа, саф һәм шифалы һыуы менән һуғара.
“Ашҡаҙар” радиоһы һәр ваҡыт командаһы менән көслө булды. Эфирҙа эшләр өсөн үҙ эшенең оҫтаһы, ғилми фекерләүгә эйә булған, туған теленең бар нескәлектәрен белгән, мәҙәниәтле белгестәр саҡырылды. Талап та юғары бит: радионың төп тыңлаусыһы – бөгөнгө башҡорт зыялыһы! Радио халҡыбыҙ йырҙарын, милли мәҙәниәтебеҙҙе бөгөн арымай-талмай халыҡтың үҙенә кире ҡайтара, күңелен байытып йәшәй.
Алҡынланып, тағы оҙаҡ ғүмер аҡ, “Ашҡаҙар”! Һинең ашың – таҙа һыуҙарың халҡыбыҙҙың күңеленә, рухи донъяһына бик кәрәк. Заман ҡатмарлыраҡ булған һайын, кеше үҙ асылына, милли булмышына тартыла. “Киләсәкте күргең килһә, кисәгеңә баҡ”, ти халҡыбыҙ. Үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙҙө ялғап, оҙаҡ йылдар һөйлә лә көйлә, “Ашҡаҙар”!
Фәнзил САНЪЯРОВ.
(Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең быйылғы 9-сы һанында (4 февраль) уҡырға мөмкин).
Һүрәттәрҙә: "Ашҡаҙар"ҙар; "Ашҡаҙар моңдары"ның еңеүселәре менән. Фотолар – радионың архивынан.