Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) ижадын яратыусылар йырсы ғаиләһенең һәр аҙымын күҙәтеп бара, уларҙың сәхифәһендәге һәр яңылыҡты яҡындан белә. Ошо көндәрҙә Элвин Грейҙың интернет дуҫтары хәтәр шәп яңылыҡ менән уртаҡлашҡан. Улар белдереүенсә, йәш парҙың тиҙҙән бәпәй алып ҡайтыуҙары ихтимал. Сөнки Элвин Грей "Әлли- бәлли" исемле бишек йырын башҡарған, ә ҡатыны Инзилә үҙендә үҙгәрештәр һиҙеүе хаҡынды хәбәр иткән.
Инзилә әсә булыуға ҡағылышлы һорауҙарға һәм балалар әйберҙәренә ҡыҙыҡһыныуы артыуы хаҡында шәхси блогында яҙған.
"Магазиндарға инһәм минең иғтибарымды ниңәлер сабыйҙар өсөн тәғәйен аяҡ кейемдәре йәлеп итә. Улар шундай бәләкәс һәм матур", - тигән.
Радик менән Инзилә Юлъякшиндарҙың ғаилә ҡороуҙарына дүрт йыл, әлегә йәш парҙың балалары юҡ. Ни тиһәк тә интернет дуҫтарының яңылыҡтары ысынбарлыҡҡа тап килһен ине.
Фото: телеграм