Бөтә яңылыҡтар

Ришат Төхвәтуллиндың концертын ташлап тамашасы таралаша башлаған...

 Көтөлмәгән хәл Учалы ҡалаһында булған.

Ришат Төхвәтуллиндың концертын ташлап тамашасы таралаша башлаған...
Ришат Төхвәтуллиндың концертын ташлап тамашасы таралаша башлаған...

Учалы ҡалаһында йырсы Ришат Төхвәтуллиндың концертын ҡарарға килгән тамашасылар концерт башланмаҫ элек таралашырға тотонған. Сәбәбе - йыр-моң тамашаһы алдынан көтмәгәндә янғын сигнализацияһы эшләгән икән.

"Беҙ, ғәҙәттә, томан эффекты ҡулланыуыбыҙҙы алдан уҡ иҫкәртеп ҡуябыҙ. Был юлы әйтергә онотҡанбыҙ. Сигнализация концертҡа әҙерлектең иң ҡыҙыу мәлендә ҡысҡыра башланы. Сәхнәгә сығырға барыһы ла әҙер ине. Тамашасылар тауыштан ҡурҡып, урындарынан тороп сыға башланы. Бына шулай томан эффекты урынына көтөлмәгән махсус эффект килеп сыҡты", – тип яҙған йырсы үҙенең социаль селтәрендә.

Барыһын да аңлатып, ҡурҡып ҡалған халыҡты яңынан индереп ултыртырға тура килгән.

Әйткәндәй, күп тамашаларҙа хәҙер томан эффекты ҡулланыла, кемдең аллергияһы йә иһә тын юлы сире менән интегә, уларға был осраҡта ауырға тура килә. Был тәңгәлдә лә артистар уйланһын ине.

Фото: "Интертат"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: