Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Февраль 2025, 14:00

Йылайыр һандуғасы ниңә оҙаҡ тынып торҙо?

Тамашасы Гөлсөм Бикбулатованы алты йыл буйы һағынып көттө. Баҡтиһәң, йырсы ҙур тетрәнеүҙәр кисергән. Артабан уҡығыҙ:

Йылайыр һандуғасы ниңә оҙаҡ тынып торҙо?
Йылайыр һандуғасы ниңә оҙаҡ тынып торҙо?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатованы тамашасы шул тиклем һағынған! Киләһе аҙна буласаҡ ике концертына ла билеттар тәүлек эсендә һатылып бөттө. Йылайыр һандуғасы концерттар үткәрмәй тороуының сәбәбен “Башҡортостан” гәзитенә һөйләне.

– Ошо алты йыл эсендә күп ваҡиғалар булып үтте: ковид осоро, бер-бер артлы атай-әсәйемде юғалтыу, иремдең эше буйынса ғаиләбеҙ менән Яңауыл ҡалаһында йәшәп ҡайтыу... Был хәлдәрҙән һуң ял итеп, яңы көс менән эш башларға булдым. Өҫтәүенә былтыр 45 йәшем тулды, ижади эшмәкәрлеккә һығымта яһарға ла кәрәк. Фәрит ағай Бикбулатов та: “Тамашасының һине яратыу-яратмауын белергә теләһәң, концерт ҡуйып ҡара”, – ти торғайны. Билет һатып алған һәр кемгә ҙур рәхмәт.

Йырсы менән әңгәмәне тулыраҡ “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Фото Гөлсөм Бикбулатованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Автор: Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас