+24 °С
Ямғыр
Ҡариҙел районы ҡыҙы Зинира менән Ризат Рамазановтар үҙҙәренең социаль сәхифәһендә һөйөнөслө яңылыҡтары менән уртаҡлашҡан. Бөгөн улар Татарстандың атҡаҙанған артистары исеменә лайыҡ булды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән йылда улар республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән исем алған ине.
Юғары исемгә лайыҡ булған йырсыларҙы беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Фото: "Интертат".