Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2025, 06:30

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында “Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры” библиографик күрһәткесенең исем туйы үтте. Уны мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге хеҙмәткәрҙәре китапхананың бай фонды нигеҙендә әҙерләне.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булдыБашҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды

Баҫмаға 1935 – 2024 йылдар арауындағы мәғлүмәттәр ингән, һәм ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 93 йыллығына ҙур бүләк булды. 1932 йылдың 5 февралендә асылған ҡурсаҡ театры республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда айырым урын биләй. Уның бай һәм данлы тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәм донъяның төрлө илдәрендә сығыш яһауҙары республика сәнғәте йылъяҙмаһына мәңгегә алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Милли китапхана директоры Айгөл Әминева әйтеүенсә, библиокүрһәткес Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарихы һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың мәҙәни тормошо менән ҡыҙыҡһыныусы ғалимдар һәм театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн кәрәкле ҡулланма буласаҡ.

Ҡурсаҡ тетры директоры Альберт Имаметдинов театр менән әҙәбиәттең тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләне, хеҙмәттәшлектең дауам ителеүенә өмөт белдерҙе.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин сарала ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле ижади бүләк ойошторҙо: ҡурсаҡтарҙы хәрәкәтләндереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе һәм һөнәренең серҙәрен асты. “Сәхнәләге һәр ҡурсаҡ актерҙарҙың оҫталығы ярҙамында йәнләнә”, – тине ул.

Сара Башҡортостандың Милли китапханаһы менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу менән тамаланды. Был ваҡиға республикабыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм таратыу эшендә уларҙың берҙәмлеген һынландыра.

Илүзә ВӘХИТОВА-ХӨСӘЙЕНОВА,

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы хеҙмәткәре.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры библиокүрһәткесле булды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас