Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Февраль 2025, 18:00

Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!

Данлы бейеү коллективыбыҙ Кремль һарайында сығыш яһарға әҙерләнә

Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!

Донъяның төрлө тарафтарында башҡорт бейеүенең гүзәллегенә һоҡландырып, дәррәү алҡыштарға лайыҡ булып ижад иткән ғәскәровсылар быйыл яҙ, 11 мартта, Кремль һарайында ҙур юбилей концерты бирә. “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһында тамашасылар милли бейеүебеҙ сәнғәтенең классик өлгөһөнә әүерелгән “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”ҙы, “Төньяҡ амурҙары”н, “Шаян ҡыҙҙар”ҙы һәм мәшһүр Фәйзи Ғәскәров мираҫының башҡа алтын өлгөләрен күрә ала. Программала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореографик композициялар ҙа урын ала.

Күренекле бейеү коллективы, әлбиттә, концерт программаһының атамаһына ярашлы, башҡа халыҡ сәнғәте өлгөләрен дә күрһәтә. Ҡаҙаҡ, испан, Хорезм, Аргентина, ҡытай бейеүҙәре һәм башҡалар артистарыбыҙҙың оҫталыҡ кимәлен, ҙур талантын асырға тағы ла нығыраҡ булышлыҡ итә.

Ҙур тәжрибәгә эйә, бер туҡтауһыҙ яңы сығыштар, программалар әҙерләү менән мәшғүл ансамблдең сығыштары әллә ҡайҙан танылып тора, уның үҙенсәлекле стиль-хәрәкәттәре бар. Коллективты ысын мәғәнәһендә бейеү театры тип атарға мөмкин. Ул оло талант эйәһе Фәйзи Ғәскәровтан ҡалған ҡабатланмаҫ стилде һәм ижади мираҫты, ҙур тарихында туплаған ҡаҙаныштарҙы, тәжрибәне күҙ ҡараһылай һаҡлай. Инде 85 йыл буйы коллектив милләтебеҙҙең күркәм бейеү традициялары һағында тора.

Ғәскәровсыларға бәйле икенсе матур яңылыҡ та бар: ансамбль быйыл да Росконцерттың “Беҙ – Рәсәй” программаһына индерелде, ә был абруйлы башҡорт бейеү коллективын илебеҙ буйлап тағы онотолмаҫ осрашыуҙар көтә, ул дәртле сығыштарын тағы күп ватандаштарыбыҙға бүләк итә, тигән һүҙ!

Фотолар: Ф. Ғәскәров ансамбле архивынан.

Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Ғәскәровсыларҙы Мәскәү көтә!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас