25 февралдә Өфө сәнғәт училищеһының кесе залында рус романсына арналған концерт була. Уны Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе менән берлектә “Башҡортостан рустары соборы” йәмәғәт ойошмаһы әҙерләй. Сара хаҡында "Молодежная газета" хәбәр итә.
Программала Өфө сәнғәт училищеһы студенттары, шулай уҡ танылған башҡарыусылар сығыш яһай. Улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева һәм опера йырсыһы Любовь Буторина бар.
Кисә ҡунаҡтары М.Глинка, Н.Римский-Корсаков, А.Даргомыжский һәм башҡа атаҡлы композиторҙарҙың әҫәрҙәрен тыңлай ала. Сараны, ғәҙәттәгесә, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Елена Замрий алып бара.