З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте “Ил һаҡсылары” фондының Башҡортостан филиалы, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә “Һөйөү ҡушып китап бүләк ит” тигән акция ойошторҙо. Уға беренселәрҙән булып Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Ил һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова һәм Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова ҡушылды.
– Реабилитация учреждениеларында һаулығын нығытҡан махсус хәрби операция яугирҙәренә, яраланып ҡайтҡандарға, уларҙың яҡындарына китаптар бүләк итергә теләйбеҙ. Был уларҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн беҙҙән рәхмәт билгеһе, – тине Гөлнур Ҡолһарина. Ул ҡабул итеү пунктына батырҙар тураһында әкиәттәр йыйынтығын тапшырҙы.
Айҙар Бәҙғетдинов «Китап» магазинында акция барышында тапшырыу өсөн һатып алынған китап хаҡында һөйләне. Ул Ленинград блокадаһына бағышланған.
– Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы тураһындағы әһәмиәтле баҫма. Яугирҙәр уны баһаларына шикләнмәйем. Минең өсөн бындай акцияла ҡатнашыу мөһим, һәм унда һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Елена Арямнова, китап һәр ваҡыт кешеләргә көс бүләк итә һәм рухты нығыта, тип билдәләне. Ул яңы офоҡтар асырға, илһамландырырға, йыуатырға һәләтле. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөнә арналған һәм 14 февралдән 23-нә тиклем дауам итә. Теләгән һәр кем баҫмаларҙы «Китап» нәшриәте билдәләгән йыйыу пункттарына килтерә ала. Һуңынан уларҙы Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталенә һәм махсус операция яугирҙәренең ғаиләләренә тапшыралар. Акция шарттары буйынса, яҡшы һаҡланған, 2022 йылдан да һуңыраҡ сыҡмаған китаптар ғына ҡабул ителә.
Мәғлүмәт: resbash.ru