Өлкән генә йәштәге Мәрйәм апай күрәҙәсегә барыу тарихын һөйләгәйне. Йәш сағында була уның менән был хәл. Иптәш ҡыҙына эйәреп, ҡыҙыҡ күреп сығып китә ул. Белеп әйтәме ҡулға ҡарап һөйләп торған яҙмыш юраусы, әллә түгелме, ләкин ҡыҙ уның юрауҙарын тыңлағас, ҡайҙан барҙым, тигән көнгә төшә.
-Оҙон, матур, бай тормош юлын күрәм. Ике фатирың, машинаң булыр. Ләкин ғүмереңдең уртаһында һине бик ҡаты һынау көтә. Шуға әҙер бул, – ти күрәҙәсе ҡыҙға.
Тәүҙә әллә ни иғтибар итмәһә лә, ваҡыты-ваҡыты менән күрәҙәсенең әйткәне күңелен тырнап хәтеренә төшөп ала. Уҡып, һөнәр ала, тормошҡа сыға, балалары бер-бер артлы тыуа. Барыһы да ыңғай, бер ниндәй ҡытыршылыҡ һиҙелмәй.
“Күрәҙәсе әйткән ҡаты һынау ҡасан килер һуң?” тигән уй ғына уға тынғы бирмәй. Урта йәш яҡынлашҡан һайын күңеле тынысһыҙлана бара. Һәм ул көн килә. Тормош иптәше 40 йәше тулыр-тулмаҫтан һәләк булып ҡуя.
“Һәр ваҡыт ҡаты һынау көтөп йөрөп, әллә үҙемә шулай ауыр тормош юраныммы икән?” тип Мәрйәм апай хәҙер үҙен битәрләй.
- Ҡыҙыҡ күреп, мине нимә көтә тип күрәҙәсегә барып йөрөмәгеҙ. Аллаһ Тәғәлә нимә ҡушһа, шуға риза булығыҙ, – тип кәңәш бирә хәҙер Мәрйәм апай.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Күрәҙәсегә барыу кәрәкме?
Автор фотоһы.