Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Февраль 2025, 17:00

Бәләбәйҙәр Дарья менән ғорурлана!

Яҡташыбыҙ төп ролде башҡарған  Шаман менән бергә "Кенәз Владимир" этно-операһында ҡатнашты.  

Бәләбәйҙәр Дарья менән ғорурлана!Бәләбәйҙәр Дарья менән ғорурлана!
Бәләбәйҙәр Дарья менән ғорурлана!

Мәскәүҙә композитор  Игорь Матвиенконың  “Кенәз Владимир” этно-операһының премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Төп ролдә –танылған йырсы Шаман (Ярослав Дронов). Был музыкаль проектта беҙҙең яҡташыбыҙ , Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы ҡыҙы , хәҙер Мәскәү дәүләт культура институты студенты Дарья Мордвинова ла ҡатнашҡан.

–Был проект минең өсөн һынау ғына түгел, үҙемде бөтөнләй башҡа өлкәлә асыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек булды, – тип яҙған Дарья “Бәйләнештә”ге битендә һәм композиторға ижади юлындағы тағы бер аҙым өсөн ҙур рәхмәт белдергән.

Бәләбәйҙәр талантлы яҡташтары менән ғорурлана һәм Дарьяға ҙур уңыштар теләй.

 Фото: https://vk.com/belizv

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас