Танылған йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина күркәм юбилейын ҡаршыланы. Бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы ғүмер байрамын һәм сәхнәләге ижадына 30 йыл тулыуҙы бай концерт программаһы менән билдәләй.
“Филармонияға әле генә килгән кеүек, ә 30 йыл ғүмер үтеп тә киткән. Был йылдар эсендә шундай данлы йырсылар, музыканттар менән эшләргә тура килде. Тәнзилә Үҙәнбаева, Ғәли Хәмзин, Нәзифә Ҡадирова, Зөлфиә менән Рөстәм Ҡудашевтар, Азат Айытҡолов, Хәлит Фәтихов. Абруйлы сәхнә осталарынан көйҙөң һәм телдең матурлығын, халыҡ йырҙары һәм вокаль әҫәрҙәр үҙенсәлеген ышаныслы итеп һүрәтләргә, сәхнә серҙәренә өйрәндем. Башта ”Карауанһарай” фольклор-эстрада төркөмөндә йырланым, шунан инде хәҙерге көнгә тиклем Артур төҙөгән ”Далан” эстрада төркөмөндә”, – тип һөйләй йырсы, сәхнәлә үткән йылдарына байҡау яһап.
Ул ижадын һөйөүселәрҙе даими рәүештә сағыу шәхсән концерттары менән ҡыуандыра. Филармонияның Эстрада-джаз оркестры, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Һәр концерт йырсының үҙенсәлекле ритмлылығын, музыкаллеген, һоҡланғыс талантын раҫлай. Тормош юлдашы – Башҡортостандың халыҡ артисы, «Далан» фольклор-эстрада төркөмө етәксеһе, музыкант, йырсы-композитор Артур Туҡтағолов менән башҡорт сәнғәтенә тоғролоҡ өлгөһө булып, ҡулға-ҡул тотоноп ижад итәләр. Уларҙың «Далан» төркөмө менән республика, Рәсәй өлкәләре буйлап гастролдәре туҡтауһыҙ дауам итә, тиһәк тә хата булмаҫ.
– Гастролдәргә сыҡмай торһаң, ниҙер етмәгән кеүек. Ғүмер буйы йөрөп өйрәнелгән. Төрлө ҡалаларҙа, өлкәләрҙә таныштарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ күп. Улар беҙҙең килеүҙе көтөп ала, беҙ ҙә һағынып, осрашыуҙарға ашҡынып барабыҙ. Филармонияға килгән ҡайһы бер йәштәр гастролдәргә йөрөүҙе өнәмәй, кәрәк тапмай. Ә беҙ йәштән шулай күнеккәнбеҙ. Төрлө тарафтарҙа йөрөп донъя күреп, концерттар менән сығыш яһау – үҙе ҙур бәхет, – ти йырсы.
Миңзифа Усман ҡыҙы Исҡужина – бала саҡтан алып йөрөткән йырсы булам тигән хыялын тормошҡа ашырып, халыҡ һөйөүен яулаған, башҡорт эстрадаһы күгендә балҡып янған йондоҙ. Уның исеме, ижады, йырҙары башҡорт йыр сәнғәте тарихында лайыҡлы урын биләй.
Әлфиә ҒИМАҘИЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Фотолар – БДФ архивынан.