Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраль 2025, 12:30

Ҡышҡы урман! Ҡарҙар яуған...

Күп яҡлы талант эйәһе Рәмзин Әбсәләмовтан ҡышҡы шиғри сәләм ҡабул итеп алығыҙ!

Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәмзин Рәфҡәт улы Әбсәләмов – төрлө талант эйәһе. Йыр-моңло, шиғри күңелле милләттәшебеҙ – гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы ла. Тыуған яғыбыҙҙың гүзәл тәбиғәтенең бер күренеше – Туймазы тарафтары һынланған был матур видеоны Рәмзин Рәфҡәт улы үҙе төшөрөп ҡораған, шиғырҙың авторы ла – ул. Сихри матур ҡыш күренешенә ауаздаш шиғыр юлдары күңелебеҙгә йылылыҡ өҫтәһен! 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас