Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов менән төбәк телевидениеһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Яҡтар Башҡортостанда милли тапшырыуҙарҙы һаҡлау һәм киңәйтеү мәсьәләләренә, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сараларҙы яҡтыртыуға айырыуса иғтибар бүлде.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм телерадиотапшырыуҙар үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Рифат Сабитовҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.