Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Февраль 2025, 17:55

Башҡорт музыкаһының алтын биттәре

Программала бөгөн республика композиторҙар мәктәбенең ғорурлығы булып торған замандаштарыбыҙҙың – Рөстәм Сабитов һәм Нур Дауытовтың әҫәрҙәре яңғырай.

Башҡорт музыкаһының алтын биттәреБашҡорт музыкаһының алтын биттәре
Башҡорт музыкаһының алтын биттәре

22 февралдә Башҡортостандың Дәүләт оркестры «Башҡорт музыкаһының алтын биттәре» программаһын тәҡдим итә. Бында бөгөн республика композиторҙар мәктәбенең ғорурлығы булып торған замандаштарыбыҙҙың – Рөстәм Сабитов һәм Нур Дауытовтың әҫәрҙәре яңғырай.

Рөстәм Сабитовтың ижады Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей» трагедияһы буйынса «Прометей» симфоник фрескалары һәм 2000-2001 йылдарҙа ижад ителгән 7-се, 8-се симфонияларҙың премьераһы аша күрһәтелә. Нур Дауытов был кистә 3-сө симфонияны, Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме - һөймәйһеңме» спектакленә музыканан «Фатима» лирик пьесаһын һәм симфония оркестры өсөн «Сәскә атҡан раузалар» фантазияһын тәҡдим итә.

Концертта Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Әлфиә Кәримова (сопрано) ҡатнаша. Оркестрҙың дирижеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Дмитрий Крюков.

«Башҡорт музыкаһының алтын биттәре» программаһын ойоштороусылар республика мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҙ итеүселәрҙе Өфө сәнғәт училищеһының (колледжының) концерт залында көтә. Концерт киске сәғәт 5-тә башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт – www.gasorb.ru сайтында. Юғары сәнғәт өлгөһө булған классик музыканы тыңларға яратҡан үҫмерҙәр, йәштәр Башҡортостан Дәүләт оркестрының бөтә концерттарын да Пушкин картаһын файҙаланып ҡарай ала.

Мәғлүмәт, фото: gasorb.ru/events/...

Башҡорт музыкаһының алтын биттәре
Башҡорт музыкаһының алтын биттәре
Башҡорт музыкаһының алтын биттәре
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас