Бөгөн танылған яҙыусы, уҡытыусы, публицист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге һәм Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Хәйҙәр Тапаҡов 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Юбилярҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, именлек, артабан да илһамлы һәм бәрәкәтле ижад теләп ҡалабыҙ!
Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаҡов 1955 йылдың 20 февралендә Йылайыр районының Һабыр ауылында тыуған.
1972 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Сибай медицина училищеһында уҡый, уны 1975 йылда тамамлап, фельдшер һөнәрен ала, һуңынан әрме сафтарында хеҙмәт итә.
1979—1984 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында белем ала. Йылайыр, Ейәнсура райондарының һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, һуңынан Һабыр ауылына ҡайтып, мәктәптә эшләй, Йылайыр районы «Башҡорт» совхозында партия кабинеты мөдире, Һабыр ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын да башҡара, бер аҙ Йылайыр районы хакимиәтендә лә эшләп ала.
2000 йылда Сибай ҡалаһына күсеп килеп, «Ирәндек» лицейында уҡытыу менән бер рәттән Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын да етәкләй. 2010 йылдан «Атайсал» гәзитенең директоры (баш мөхәррире).
Хәйҙәр Тапаҡов — 20-нән ашыу повесть, 100-ҙән ашыу төрлө күләмдәге хикәйә, алты йыйынтыҡ авторы. 1999 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Әҫәрҙәрендә ауыл кешеләренең тормошон, эске донъяһын яҡтырта, ғаилә, һөйөү, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен һүрәтләй. Ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән гәзит-журнал биттәрендә йыш сығыш яһай.
Хәйҙәр Ниғәмәт улы ҡатыны Вәсилә Фәйзулла ҡыҙы менән Самат исемле ул үҫтергән.
70 йәшен ҡаршылағанда ла егеттәрсә дәртле, йәштәрсә креатив, замандан бер аҙым атлаған ир-уҙаманды "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә ихлас күңелдән ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй.
Фото: Хәйҙәр Тапаковтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.