Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Февраль 2025, 18:30

Еңеүсегә 250 мең һум түләнә

Эх, ниндәй матур фотоһүрәттәр, эйеме, дуҫтар! Шулар ише уникаль кадрҙар төшөрөргә өйрәнгегеҙ киләме? Бушлай дәрестәрҙә белемде, оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеге бирелә. Шарттары менән танышығыҙ: 

Рус география йәмғиәте оҙаҡ йылдар «Иң матур ил» фотоһүрәттәр конкурсын үткәреп килә. Инде уның яңы ун йыллығын башлап, ошо йәһәтән йәмғиәт бөтә ил буйынса – Калининградтан Владивостокка тиклем – конкурста ҡатнашыусы фотографтар өсөн бушлай белем арттырыу программаһы ойоштора. Фотоконкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү барышында (февралдә һәм мартта) тәүге өс ҡалала портфолио-ревюҙан һәм оҫталыҡ дәрестәренән торған саралар уҙа. Уларҙы ҡырағай тәбиғәтте төшөрөү оҫталары булған талантлы фотографтар 28 февралдә һәм 1 мартта – Өфөлә, 14-15 мартта – Калининградта, 28-29 мартта Пермдә үткәрә.

Һәр ҡалала белем биреү программаһы ике көн дауам итә. Тәүге көндә – портфолио-ревю, икенсе көндә оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Фото төшөрөү оҫталары ижад йүнәлешен нисек билдәләргә, иң ҡулайлы техника йыйылмаһын һайлап алырға, съемкаға әҙерләнергә, фотолар араһынан иң яҡшыларын һайлап алырға өйрәтә. “Иң матур ил» конкурсында еңеү алып килер кадрҙы нисек табырға икәндең сере менән дә уртаҡлаша. Әйткәндәй, еңеүсе 250 мең һумлыҡ аҡсалата бүләккә лайыҡ була.

Портфолио-ревю һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу бушлай. Тик алдан теркәлеү мотлаҡ. Ойоштороусылар портфолио-ревюға бирелгән ғаризалар араһында алдан һайлап алыу үткәрергә хоҡуҡлы. Оҫталыҡ дәрестәренә һәм портфолио-ревюға (Өфө, Калининград, Пермь) теркәлеү өсөн сайт: https://photo-rgo.timepad.ru/events/

Белешмә. “Иң матур ил” фотоконкурсы Рәсәйҙең ҡырағай тәбиғәтенә һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәткә арналған. Унда профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. Йәш һәм йәшәү урыны буйынса сикләү юҡ. Төп шарт шундай – фотолар Рәсәйҙә төшөрөлгән булырға тейеш. 16 йәшкәсә фотографтар өсөн «Иң матур ил – балалар күҙлегенән» тигән айырым конкурс уҙғарыла. Эштәр 31 мартҡа тиклем ошо сайттар аша: photo.rgo.ru и photo-children.rgo.ru.ҡабул ителә.

Фотолар – Рус география йәмғиәтенән. Георгий Полицарнов, Антон Уницын, Сергей Семенов фотолары.

Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Еңеүсегә 250 мең һум түләнә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас