Башҡортостанда һәм Татарстанда иң популяр йырсыларҙың береһе Гүзәл Уразова дауаханаға эләккән. Был хаҡта йырсының ире Илдар Хәкимов хәбәр итә.
"Гүзәл бер аҙ сирләп китте, дуҫтар. Концерт ҡуйырға ҡушманылар. Шуға күрә ҡайһы бер концерттарҙы кисектереп торорға тура килә. Балтас районындағы концерттарҙы күсерәбеҙ. Аңлауығыҙ өсөн рәхмәт!" - тигән ул.
Гүзәл Уразоваға тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ.
Яңыраҡ Ҡазан ҡалаһында концерттан һуң йырсы Әлиә Ҡарасурин-Төхвәтуллинаның да ҡапыл сирләп китеүе хаҡында хәбәр иткән инек.
Фото: Видеонан скриншот.