Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Февраль 2025, 12:00

Балаһын бер күрергә зарығып йәшәне...

Бер көн ҡәйнәһе ҡунаҡҡа киткәс, уның күңелен күрәйем тип, икмәк һалып ҡуя Нурия. Балаһын илата-илата эшләһә лә, икмәгенең уңыуына бик  һөйөнә, ләкин аштан ҡайтҡан ҡәйнәһе икмәкте бер генә тешләп ҡарай ҙа: – Теште һындырырлыҡ, таш кеүек бит. Быны мал да ашамаҫ, –тип һыйырҙарға тигән аш-һыу биҙрәһенә өс икмәкте лә быраҡтыра.    

Балаһын бер күрергә зарығып йәшәне...Балаһын бер күрергә зарығып йәшәне...
Балаһын бер күрергә зарығып йәшәне...

Ер йөҙөндә нисә кеше, шунса яҙмыш. Тормош булғас, үкенестәр ҙә булмай тормай. Әлеге геройым да холҡоноң йомшаҡлығы арҡаһында ғүмер буйы балаһын күрергә зар-интизар булып йәшәй.

Шамил – ғаиләлә төпсөк малай. Бала саҡтан апайҙарын тыңлап ҡына үҫә, улар һәр ваҡыт дөрөҫ әйтә һымаҡ тойола, ләкин һәр нәмәлә лә сама кәрәк. Апайҙары, ҡустыларының тормошона артыҡ ҡыҫылып, уны, киреһенсә, бәхетһеҙ итә.  

Армиянан ҡайтҡас, Шамил күрше ауыл ҡыҙы Нурияға үлеп ғашиҡ була. Уны күреү өсөн кисте көтөп ала алмай. Киләсәген унан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. 

Әсәһе, апайҙары менән таныштырырға алып ҡайтҡанында Шамил бәхеттең етенсе ҡатында ине. Нурияны матур ҡабул итһәләр ҙә, аҙаҡ етешһеҙлектәрен эҙләй башлайҙар.

Туйҙан һуң йәш ғаилә Шамилдың әсәһе менән бергә йәшәй. Сәлимә һәм Гөлсөм апайҙары айырым донъя көтһә лә, әсәләре эргәһенә килмәгән көндәре булмай. Йәш килендең эшенән, үҙенән әле бер, әле икенсе етешһеҙлек табып ҡына торалар. Бәләкәстәре Илнур донъяға килгәс тә, тынысланмайҙар.

– Ниңә улай күҙҙәре ҡыҫыҡ. Беҙҙең нәҫелдә юҡ ундайҙар! Кемгә оҡшаған ул?! –тип аҫтыртын төрттөрөүҙәренә лә сабыр ғына түҙә Нурия.

Шамил үҙе лә йомшаҡ була. Апайҙары йәберләгәндә ҡатынын яҡлап бер һүҙ әйтә алмай. Хатта ҡайһы бер һүҙҙәренең хаҡ булыуына ла ышана башлай.

– Беҙҙең Шамил һоҡланып ҡарап торорлоҡ: төҫө лә, буйы ла бар, эшкә лә шәп. Нурияға эләгеп әрәм булды инде. Ялҡау, эш рәте белмәгән ҡыҙҙы алып интегә инде, – үҙ-ара шулай һөйләшкәндәрен ишетеү ҡатынына күңелен һүрелтә.

Балаһы тынғыһыҙ булғас, Нурия уның эргәһенән китә алмай. Үҙенә лә төндәр буйы йоҡо эләкмәй ҡайһы саҡ. Өйҙәге ваҡ-төйәк эшкә саҡ өлгөрә. Ҡайҙа инде, бәрәңге утау йәки башҡа ҙур мәшәҡәттәр башҡарыу. “Ялҡау килен” гә өйҙә торорға көн ҡалмай. Шулай ҙа  бирешмәҫкә тырыша әле ул.

Бер көн ҡәйнәһе ҡунаҡҡа киткәс, уның күңелен күрәйем тип,  икмәк һалып ҡуя. Балаһын илата-илата эшләһә лә, икмәгенең уңыуына бик  һөйөнә, ләкин ҡәйнәһе киленен маҡтарға ашыҡмай. Икмәкте бер генә тешләп ҡарай.

– Теште һындырырлыҡ, таш кеүек бит икмәгең. Быны мал да ашамаҫ, –тип һыйырҙарға тигән аш-һыу һауытына өс икмәкте лә быраҡтыра.

Был хәлде күреп, Нурияның йөрәге өҙөлөп төшкәндәй була. Ныҡ түҙемле булһаң да, уның да сиге бар икән. Нурия әйберҙәрен йыя ла, ете айлыҡ  балаһын ҡулына алып, ауылына ҡайтып китә.

Ата-әсәһе быға тиклем дә ҡыҙҙарының тормошон белгәнгә, бер һүҙ ҙә әйтмәй.

Иң үҙәкте өҙгәне – иренең “ҡайт” тип килеп тә әйләнмәүе.

Шулай итеп, ике йыл да йәшәмәй айырылышып ҡуялар.

– Ярай, ҡайтып китһә, үҙеңә тиңде табырбыҙ, кәләшһеҙ ултырып ҡалмаҫһың, –тип йыуата апайҙары, Нурияның ҡайтып китеүенә һөйөнөп.

Һағынмай түгел, һағына Шамил. Ҡатынын да, бәләкәс улын да. Бары тик апайҙарының, әсәһенең һүҙенән сыға алмай.  

Тиҙҙән  үҙҙәренә оҡшаған киленде табалар. Район үҙәгендә йәшәгән дуҫтарының ҡыҙы була ул. Йәш балаһы менән яңғыҙ ҡалған ҡатындың ире аварияға эләгеп һәләк булған.

Гөлсинәнең ҡайғынан да ныҡлап һыуынып бөтмәгән сағы була. Шамилда ул таяныс, терәк тойғандыр. Бер-береһенә эҫенеп китәләр. Яҡындары ла өйләнешеүҙәрен ҡабаландыра. Шулай итеп, Шамил район үҙәгенә күсеп китә, ләкин уртаҡ балалары ғына булмай. Гөлсинәнең улы Шамилдыҡынан бер йәшкә кенә ҙур. Ҡаҡмай-һуҡмай, Рөстәмде ҡәҙерләп үҫтерәләр, ләкин уға ҡарап, үҙенең улы иҫенә төшөп, йөрәге һыҡрай Шамилдың.

Ә яҙмыш уларҙы көтмәгәндә осраштыра. Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ. Мәктәпте тамамлап, Өфөлә юғары уҡыу йортона ингән улдары бер көн кисләтеп дуҫы менән килеп инә.

– Атай, әсәй аптырамағыҙ. Был минең дуҫым – Илнур. Бер төркөмдә уҡыйбыҙ. Ауылына киске автобусҡа һуңлағас, үҙебеҙгә алып ҡайттым. Иртәнге автобусҡа сығыр, – тине Рөстәм.

Танышҡанда  ауылын, ата-әсәһен һорашыу – ғәҙәти күренеш. Шамил да ҡыҙыҡһынмай булдыра алмай. Яуапты ишеткәс, телһеҙ ҡала. Нурияның улы... Фамилияһы ла шул... Ауылы ла... Тимәк, Илнур – уның улы...

Үҙенең йәш сағын күргән һымаҡ була Шамил Илнурҙа. Нурияның да һыҙаттары бар һымаҡ.

Нисәмә йыл барып хәлен белешергә йөрьәт итмәгәйне. Бына бит улы үҙе килеп ингән...

Тыны ҡыҫыла башлағас, Шамил тышҡа саф һауаға сығырға ашыға.

Егеттәр ҙә артынан ҡалмай.

– Балалар, һеҙгә әйтер һүҙем бар. Сабыр итеп тыңлағыҙ әле. Илнур, һин бит минең улым. Әсәйең менән айырылышҡас, бер ҙә күрешергә тура килмәне, ләкин  иҫкә төшөрмәгән көнөм булманы. Эргәңә барырға ғына көсөм етмәне. Апайҙарымдың һүҙенә ҡаршы тора алманым шул. Ғәфү итерһеңме, улым, – тип Шамил Илнурға ҡарай.

Был хәбәрҙе ишеткән Илнурҙың йөҙө ағарып китә. Тәүҙә нимә тип яуап бирергә белмәй.

– Юҡ, ғәфү итә алмайым, – тине атаһын оҙаҡ көтөүҙән күңеле ҡатҡан егет. – Теләгең булһа, килер инең. Йомшаҡ ихтыярлы, үҙ фекере булмаған, яҡындарын яҡлап һүҙ әйтә алмаған атайҙың булғанынан булмауы яҡшы. Тормош  быны йәштән ныҡ төшөндөрҙө – мин үҙемдең ғаиләмдең ысын ҡалҡаны буласаҡмын. Ә һин минең өсөн күптән үлгән, – тип Илнур өҫкө кейемдәрен алып,  тышҡа сығып йүгерә.

Рөстәм генә был хәлде аңлап бөтмәй аптырап баҫып ҡала.

Сабыйын күрмәгәнгә  ғүмер буйы һыҡраған йөрәге был юлы һыната Шамилдың. Таң менән яҡты донъянан китеп бара...

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас