Яратҡан артистарыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов ҡайһы саҡта гармун уйнап, күңелдәрен бушатып ала икән.
– Кем генә һуң ғашик түгел икән гармун моңона, шулай бит, дуҫтар?! Азамат ағай Тимеров менән моңланып алдыҡ әле. Мәңге йәшәһен гармун-баян моңдары Аллаһ бирһә. Әйткәндәй, беҙ икебеҙ ҙә профессионал гармунсылар түгелбеҙ, ғәйепләмәгеҙ инде, күңел өсөн уйнайбыҙ. Кем генә һуң ғашик түгел икән?! Их яратам шул гармун тауыштарын, – тип беҙгә уртаҡлашты Искәндәр Ғәзизов.
Иптәштәр, ә һеҙ гармун-баян моңдарың яратаһығыҙмы?
Фото: скриншот.
Видеояҙма Искәндәр Ғәзизовтын алынды.