Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы һоҡланғыс башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Көнсығыштың беренсе ҡатын-ҡыҙ романсыһы Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы” күргәҙмәһен аса. Ул 6 мартта Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында эшләй башлай.
Экспозицияла яҙыусының китаптары, фотоһүрәттәре, шулай уҡ тормошона һәм эшмәкәрлегенә бәйле уникаль артефакттар урын ала. Шулай уҡ сараға танылған романсыны үҙ күҙҙәре менән күргән яҙыусы Мөкәрәмә Садиҡова һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, Һ.Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова саҡырылған. Күргәҙмәне асҡандан һуң Башҡортостандың уҡыу йорттарында тематик лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. Улар Һ.Дәүләтшина ҡалдырған әҙәби мираҫты тәрәнерәк аңларға ярҙам итер.
Был күргәҙмә әҙәби фәнде өйрәнеүселәргә, һүҙ сәнғәтен үҙ итеүселәргә, китап һөйөүселәргә, студенттарға бик фәһемле һәм ҡыҙыҡлы булыр.
Фото: БР Милли әҙәбиәт музейынан.