Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Февраль 2025, 18:10

Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә

Тамашасылар “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”ҙы, “Төньяҡ амурҙары”н, “Шаян ҡыҙҙар”ҙы һәм мәшһүр Фәйзи Ғәскәров мираҫының башҡа алтын өлгөләрен күрә ала. 

Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнәҒәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә

Илебеҙ баш ҡалаһының легендар сәхнәһе – Кремль һарайында 11 мартта беҙҙең данлы ғәскәровсылар ҙур юбилей концерты менән сығыш яһай. Улар Мәскәү тамашасыһына “Донъя халыҡтары бейеүҙәре” программаһын тәҡдим итә.

Ансамблдең 85 йыллығына арналған юбилей концертында тамашасылар милли бейеүебеҙ сәнғәтенең классик өлгөһөнә әүерелгән “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”ҙы, “Төньяҡ амурҙары”н, “Шаян ҡыҙҙар”ҙы һәм мәшһүр Фәйзи Ғәскәров мираҫының башҡа алтын өлгөләрен күрә ала. Программала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған хореографик композициялар ҙа урын ала.

Күренекле бейеү коллективы, әлбиттә, концерт программаһының атамаһына ярашлы, башҡа халыҡ сәнғәте өлгөләрен дә күрһәтә. Икенсе бүлектә ҡаҙаҡ, испан, хорезм, аргентин, ҡытай бейеүҙәре һәм башҡалар артистарыбыҙҙың оҫталыҡ кимәлен, ҙур талантын асырға тағы ла нығыраҡ булышлыҡ итә.

Кремль һарайының герб фойеһында сағыу экспозиция ойошторола. Тамашасылар башҡорт тирмәһенең йылыһын тоя, милли кейемде кейеп ҡарай һәм иҫтәлеккә фотоға төшә, ансамблдең репертуарындағы бейеүҙәрҙә ҡулланылған уникаль боронғо биҙәүестәрҙе ҡарай ала. Ошонда уҡ тәүге тапҡыр Гөлназ Ғәлимуллина фотоһүрәттәренән торған күргәҙмә тәҡдим ителә. Фотоларҙа башҡорт хореографияһының классикаһына әүерелгән бейеүҙәр һүрәтләнгән. Гөлназ Ғәлимуллина – документаль фильмдар авторы һәм режиссеры, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты.

Бөгөн ансамблдең концерт залында тарихи ваҡиғаға арналған матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда мөһим сараға әҙерлек тураһында һүҙ барҙы, “Шаян егеттәр” хореография композицияһының премьераһы, алты фондҡа ингән бейеүҙәр күрһәтелде.

Мәғлүмәт: ансамблдең матбуғат хеҙмәте, фото: социаль селтәрҙәге рәсми төркөмө.

Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Ғәскәровсылар Мәскәүҙе яуларға әҙерләнә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас