Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2025, 18:00

Клубҡа бармай торһам, күңелгә ниҙер етмәй!

Ҡариҙел районынан моңло конкурсантыбыҙ ошолай ти.  

Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам, күңелгә ниҙер етмәй!

8 Март байрамы уңайынан төркөмөбөҙҙә иғлан ителгән “Донъя биҙәге” конкурсында береһенән-береһе матур, эшлекле, әүҙем гүзәл заттар ҡатнаша. Уларҙың береһе - Ҡариҙел райнынан Фәүзиә Әҙиәтуллина. Ул Абыҙ ауылының клуб методисы булып эшләй.

Сығышы менән үҙе Балтас районының Һандуғас ауылынан. Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Дүртенсе класҡа тиклем тыуған ауылында белем ала. Һуңынан дүрт километр йыраҡлыҡтағы күрше Асҡын районы Ҡыйғаҙы ауылына йөрөп уҡый.

- Ул ваҡытта мәктәп автобусы юҡ ине. Һәр ваҡыт йәйәү йөрөнөк. Яҙын, көн йылытҡас, мәктәптән ҡайтышлай, өйгә еткәнсе йырлап ҡайта инем. Шул рәүешле юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәй торғайны. Йырға һәләтем әсәйемдән күскәндер. Ул да матур йырлай ине. Биш бала араһында миңә генә йырлау оҫталығы бирелгән, - тип һөйләне Фәүзиә Әҙиәтуллина.

Һөнәрҙе ул Йоматау ауыл хужалығы техникумында ала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы төрлө ойошмаларҙа өлкән бухгалтер булып хеҙмәт итә. Шулай ҙа сәнғәткә һөйөү бер ҡасан да һүрелмәй. Сәхнәлә, концерттарҙа йыш сығыш яһай. Бигерәк тә “Шахта”,  “Ағым һыу” кеүек оҙон, моңло йырҙар күңеленә яҡын. 2015 йылда уны мәҙәниәт тармағына эшкә саҡыралар. Һәм бөгөн ул ҡолас ташлап ошо өлкәлә хеҙмәт итә.

- Клубҡа бер көн бармаһам да күңелгә ниҙер етмәгән һымаҡ. Унда бөтә донъя онотола, - тине ул.

Клубта үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ғына түгел, ауылдың  йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй конкурсантыбыҙ.

Фәүзиә ханым  яҡшы ҡатын, хәстәрлекле әсәй ҙә. Тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ете ейәнгә бәхетле өләсәй ҙә ул.

Әлеге конкурста ла  уға тик уңыштар теләйбеҙ.

Фотолар Фәүзиә Әҙиәтуллинаныҡы.

Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам,  күңелгә ниҙер етмәй!
Клубҡа бармай торһам, күңелгә ниҙер етмәй!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас