Популяр йырсы Илһөйә Бәһретдинованың концертын һәр урында көтөп ҡалалар. “ИБ банда”һының концертына эләгеү теләге шул тиклем көслө, хатта алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән тамашасылар бихисап. Шундайҙың береһе 3000 мең саҡрымды үтеп, Салехардтан килгәндәр. Махсус отпуск алып.
“15 мең һумға билет алып, самолет менән Салехардтан осоп килгәндәр”, - ти йырсы үҙенең фанаттары менән фото төшөп.
Ни эшләйһең, йәне теләгән йылан ите ашаған. Теләктәре булғас, ара йыраҡ тип тә тормағандар.
Ә һеҙ яратҡан артисығыҙҙың концертына махсус отпуск алып килер инегеҙме?
Фото: “Интертат”