Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе

Йырҙар, шиғырҙар ижад итеү уның күңел талабы.

Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙеКонкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе

Ишембай районы Ишәй ауылынан үҙешмәкәр шағирә, йыр ижад итеүсе Рузалия Ниғмәтуллинаны яҡташтары  яҡшы белә. Республика гәзит-журналдарында ла шиғырҙары баҫылып тора, төрлө конкурстарҙа йырҙары менән дә сығыш яһай, район сәхнәһенән дә төшмәй.

Ошо райондың Ҡанаҡай ауылы ҡыҙы ул, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә.” Бәләкәй саҡта  үҙ һүҙле, уҫал булдым, хатта  апайҙарыма бирешмәй ҡырталаша торғайным. Ҙурая төшкәс,  иген елгәрергә колхозға ярҙамға барғанда ла ҡыҙ-малайҙарҙы ойоштороп, иң алдан йөрөнөм. Ни өсөндөр малайҙарға ҡарата ҡырыҫ инем, шуға ла тормош иптәшем менән танышҡанға ҡәҙәр бер егетем дә булманы. Бына шулай бик сая, үткер ҡыҙ булып үҫтем” тип хәтерләй ул бала саҡ, йәшлек осорон.

Йыр-моңға һөйөү бәләкәй саҡтан күңеленә һеңә. Ошоноң менән бәйле бер ҡыҙыҡлы ваҡиғаны ла хәтергә төшөрҙө. “Элек күп өйҙәрҙә һике була торғайны. Шунда шаршау ҡоралар ине. Беҙ һикене сәхнә итеп уйнай торғайныҡ. Шаршауҙың тышҡы яғына беребеҙ сығып, кем йырлағанын сығып әйтә, икенсебеҙ “микрофон” тотоп килеп сыға”.

Беренсе шиғырын  1987 йылда яҙа,  яңы донъяға килгән  улына арнай уны.  Яйлап шиғырҙары менән район конкурстарында ла ҡатнаша башлай, улар матбуғат баҫмаларында ла донъя күрә.   

Йыр яҙа башлауының да үҙ тарихы бар.  Тормошҡа Ишәй ауылына сыҡһа ла, йырларға яратҡас, ауылдаштары һәр ваҡыт концерттарға саҡыра. Шулай бер саҡ Ҡанаҡайынан ҡайтып  “Бүленгән икмәк” тигән шиғыр яҙа, артынса көйө лә тыуа. Ауылынан бүленеп сығып киткән һымаҡ тойғанға ла тыуа был шиғыры.  

Үҙе һүҙен дә, көйөн дә ижад иткән йырҙарының һаны хәҙер 15-кә етә. Башҡа авторҙарҙың шиғырҙарына ла көйҙәр яҙа. “Шиғыр ҙа, йыр ҙа күңел тетрәнгән ваҡытта тыуа, ҡыуаныслы ваҡиға кисергәндә йәки һағышланғанда. Илһамды күберәк тәбиғәттән алам. Хәләл ефетем, балаларым менән ҡышын да, йәйен дә тәбиғәткә сығып ял итергә яратабыҙ. Шау-шыулы тормоштан һуң  тәбиғәткә сыҡһаң, бөтөнләй икенсе донъя. Ҡоштар һайрауының, япраҡтар ҡыштырлауының, сылтырап аҡҡан шишмә тауышының  үҙ йәме бар. Күңелгә шул тиклем ҙур рәхәтлек, тыныслыҡ, илһам  бирә тәбиғәт. Шуға ла шиғырҙарымда күпселек тыуған яҡ тәбиғәте ҙур урынды биләй”, - ти Рузалия ханым.

Ижад итеүе нәҫелдән килә. Сөнки атаһы заманында  таҡмаҡ әйтеүгә оҫта булған, шиғри тел менән һөйләгән. “Үҙе алсаҡ, йомарт була торғайны. Урам буйлап китеп барһа, бала-саға тиҙ генә һырып алыр ине үҙен. Сөнки ул балаларға төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләй ине.

Ғөмүмән, элек йыр-моң ауылдарҙа гөрләп торҙо. Үрге урам егет һәм ҡыҙҙары беҙҙең ҡапҡа төбөнә йыйылып гармун уйнап, йырлашып  күңел аса инек. Ҡыҙҙар менән йырлашып ауыл урамдарынан үткән мәлдәр ҙә матур иҫтәлек булып хәтерҙә ҡалған. Шаулайһығыҙ тип әрләүсе лә, асыуланыусы ла булманы”, - тип йәнә йәшлеген хәтергә алды конкурсантыбыҙ.

Эштең төрлөһөн башҡара Рузалия Ниғмәтуллина: һауынсы ла була, сөгөлдөр ҙә утай. Аҙаҡ Ишәй ауылында “Йәйғор” балалар баҡсаһында 17 йыл тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. “Әгәр донъяға ҡабат тыуыу мөмкинлеге булһа, музыкаль белем алыр инем”, - тине ул.

Рузалия Ниғмәтуллина киләсәктә лә үҙен ижадта күрә. Балалар китабы сығарырға тигән ниәте лә бар. Конкурсантыбыҙға хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллина архивынан.

 

 

 

Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Конкурсантыбыҙҙың яңы китабы донъя күрҙе
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас