

Бөгөн - Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ошо сара уңайынан һәм билдәле прозаик, журналист, тәржемәсе Фәрзәнә Аҡбулатованың матур ғүмер байрамы айҡанлы 27 февралдә Телеүҙәктә "Ашҡаҙар" радиоһы һәм Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән "Фәрзәнә Аҡбулатованың тормошон һәм ижадын беләһеңме?" тип аталған квиз ойошторолдо.
Әйткәндәй, ҡәләмгирҙәр араһында юбилей сараһы тап ошондай форматта беренсе тапҡыр үткәрелде. Был алымға мөрәжәғәт итеүҙе ойоштороусылар һуңғы йылдарҙа халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында китап уҡыусыларҙың, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һиҙелерлек кәмеүе менән аңлатты.
Сарала яҙыусылар, журналистар, китапханасылар, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының студенттары, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙының Башҡорт дәүләт университеты буйынса төркөмдәштәренән торған биш команда үҙ-ара көс һынашты. Фәрзәнә Аҡбулатованың ижади биографияһына, әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштарына, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихына, образдар системаһына, шулай уҡ Башҡортостан спутник телевидениеһының төрлө тапшырыуҙарында яңғыраған әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән һорауҙар унда ҡатнашыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Яратҡан яҙыусыбыҙға коллегаһы Урал Ниғмәтуллин, популяр йырсы Илнур Миһманов йырҙар бүләк итһә, "Башҡортостан” телерадиокомпанияһында радиотапшырыуҙар буйынса директор урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, ҡәләмдәш дуҫтары Гөлфиә Юнысова, Флүр Ғәлимов, Зәйтүнә Шәрипова, Венер Исхаҡов, Рәсүл Сәғитов, төркөмдәштәре, юбилейы менән тәбрикләп, матур-матур теләктәрен еткерерҙе. Фәрзәнә Аҡбулатованың ижадын ентекле өйрәнеп, уның хаҡында "Ватандаш" журналында мәҡәлә баҫтырған һәм, квиз һорауҙарын бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп төҙөп, был сараны үткәреү өсөн ҙур көс һалған филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафури музейының ғилми хеҙмәткәре Ғәҙилә Бүләкова, жюри рәйесе - БР Милли әҙәбиәт музейы директоры, әҙәбиәт белгесе Зәки Әлибаев та, яратҡан яҙыусыбыҙҙың ижадына лайыҡлы баһа биреп, ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Квиз-уйында Мәләүездән килгән "Китапханасылар" командаһы еңеү яуланы. Икенсе урынды "Яҙыусылар" һәм "Студенттар" командаһы бүлешһә, өсөнсө урында - "Журналистар" һәм "Төркөмдәштәр".
Алина Байегетова фотоһы.
#МДММГафури
#филиалНЛМРБ
#РадиоАшкадар
#БСТ
#квизигра
#кюбилеюФарзаныАкбулатовой