Уларҙы иң матур пар тиҙәр...

Тамашасыларҙың һүҙҙәре менән килешәһегеҙме? Әйткәндәй, бөгөн йырсы Ришат Төхвәтуллиндың тыуған көнө.

Уларҙы иң матур пар тиҙәр...Уларҙы иң матур пар тиҙәр...
Уларҙы иң матур пар тиҙәр...

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙо, моңло тауышлы йырсы Ришат Төхвәтуллин бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Күптәр уға 28 йәш тирәһе бирә, сәхнәлә күпме йылдар сығыш яһауына ҡарамаҫтан, һаман бер үк, үҙгәрмәй, тигәндәр күп.

Кәләше Әлиә Төхвәтуллина-Ҡарасурина менән уларҙы башҡорт һәм татар эстрадаһында иң матур пар тип йөрөтәләр. Икеһенең дә тауышы моңло. Йәш ғаилә Әлим исемле малай үҫтерәләр.

Ришат 1989 йылдың 3 мартында Туймазы районында тыуған.
Яратҡан йырсыбыҙҙы беҙ ҙә тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!
Фото: телеграм
Автор:Карима Усманова
Читайте нас