Сираттағы конкурсантыбыҙ Миәкә районының Сурай ауылынан Гүзәл Баһауетдинова ла йәшәгән төйәге өсөн йән атып торған апайҙарыбыҙҙың береһе.
Сығышы менән ул Әлшәй районының Ҡыҙыл Юл ауылынан. Алты балалы күмәк ғаиләлә тыуып үҫә ул. Йәштән бер эштән дә ҡурҡмай. Өфөлә теплица комбинатында ла хеҙмәт итә, Бәләбәйҙә ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыҡҡас, унда ла эшләй.
1987 йылда Миәкә районы Сурай ауылы егете менән таныша. Тиҙҙән улар ғаилә ҡора. Иренең тыуған ауылына килен булып төшөп, хәҙер инде 36 Сурайҙа ғүмер итә Гүзәл ханым. Төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килә. Быҙау ҡараусы ла, һауынсы ла, медицина пунктында санитарка ла булып эшләй. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, яуаплылыҡ менән, яратып башҡара. Ошо ауылда улы, ҡыҙы үҫеп буй еткерә. Хәҙер улар икеһе лә Өфөлә төпләнгән.
Гүзәл Баһауетдинова ауылдың барлыҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙем. Байрамдарҙа концерт ҡуйырға булһынмы, спектаклдәр әҙерләргәме – берһенән дә ситтә ҡалмай. Махсус хәрби операциялағы һалдаттарға маскировка селтәре үрергә лә өлгөрә, ауылды төҙөкләндереүҙә, экологик өмәләрҙә лә әүҙем.
– Сурайҙы үҙ иттем. Үҙемдең тыуған ауылым һымаҡ бәләкәй генә булыуы менән дә яҡын ул. Тәбиғәте лә беҙҙең яҡҡа оҡшаш. Кешеләре лә һәйбәт, - ти ул.
Рамаҙан айы башланыу менән ураҙа тотҡан, һәр булмышында изге ғәмәлдәр сағылған, көслө рухлы Гүзәл апайға артабан да тормош иптәшенең, балаларының иғтибарында, яҡташтарының хөрмәтендә һаулыҡта һәм именлектә йәшәүен теләйбеҙ.
Фото: Гүзәл Баһауетдинова архивынан.