Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алсу (Алһыу Сафина) шәхси концерттары менән Рәсәй ҡалалары буйлап гастролгә сыҡҡан. Рамаҙан айының тәүге көнөндә йырсы Ҡазан ҡалаһында концерт ҡуйған. Залда ултырған атаһының теләге буйынса «Әлхәмдүлилләһ» («Аlhamdullah») йырын инглиз телендә башҡарған.
Йырҙы Алсу асыҡ, ялтырауыҡлы күлдәктә башҡарған. Тап ошо образы күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған да инде. Йырына тура килгән кейемдә сыҡһа ни булған, иңдәрен ҡаплаған күлдәк кеймәгән, тип тамашасылар ризаһыҙлыҡтарын белдереп, әллә күпме комментарий яҙған.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Йырсылар мотлаҡ йырына тап килгән кейемдә сығырға тейешме? Бер уйлаһаң, уларға бер концертта ғына күпме кейем алмаштырырға тура килмәҫ инеме икән?
Фото: Алсуның социаль селтәренән.