Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул

Төркөмөбөҙҙә барған “Донъя биҙәге” конкурсында ҡатнашҡан булдыҡлы, уңған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе – бәрәкәтле Бөрйән ерендә тыуып үҫкән Наилә Зөлҡәрнәева. 

Бөрйәндең талантлы ҡыҙы улБөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул

Гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған “Донъя биҙәге” конкурсында булдыҡлы, уңған, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡатнаша. Шуларҙың береһе – Наилә Зөлҡәрнәева.

Наилә Батыр ҡыҙы – музыка уҡытыусыһы, һәүәҫкәр композитор, Сорғот ҡалаһындағы “Ирәндек” вокаль-фольклор ансамбле етәксеһе.

Ансамбль ағзалары башҡорт халыҡ йырҙарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнә. “Халҡыбыҙҙың оҙон көйҙәрен башҡарған мәлдә балалар дөрөҫ тын алырға, башҡорт һүҙҙәрен акцентһыҙ дөрөҫ әйтергә, көйҙө дөрөҫ башҡарырға өйрәнә. Ғөмүмән, оҙон көйҙөң кешенең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо белгестәр тарафынан күптән билдәләнгән. Был бөгөнгө шарттарҙа айырыуса көнүҙәк. Йырлау баланың үпкәһен нығыта, йәш организмдың дөрөҫ үҫешенә булышлыҡ итә”, – ти Наилә Батыр ҡыҙы.

“Ирәндек” вокаль ансамблен етәкләгән Наилә Батыр ҡыҙы – бөтә яҡтан килгән оҫта белгес, композитор, шағирә. Башҡортса һөйләшә белмәгән балаларға башҡортса йырҙар өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре, ҡала кимәлендәге сараларҙа ла сығыш яһап, конкурстарҙа даими еңеү яулай. Мәҫәлән, Салауат менән Камил Вәлиевтәр шундай матур итеп “Мин – башҡорт балаһы”, “Шайморатов генерал” һәм башҡа йырҙарҙы башҡара. Илдар Үзбәков атлы уҙаман ике улы менән йыр өйрәнергә йөрөй. Шул тиклем матур йырлауына һоҡланып, “Улым, һин йырсымы әллә?” тип һорағайным: “Йырсы түгелмен, Наилә Батыр ҡыҙы өйрәтте, тине ғорур рәүештә”, - тип яҙғайны беҙгә ебәргән хатында Сорғот ҡалаһынан Рәхилә апай Ғөбәйҙуллина.

Наилә Зөлҡәрнәеваның уҡыусылары – республика, Рәсәй, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаттары. Үҙенең балалары ла талантлы. Ҡыҙы Айзилә – рәссам, Илдар кейәүе менән ике ул үҫтерәләр. Икенсе ҡыҙы Йәнгүзәл – Сибай концерт берекмәһе артисы, ире Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Сәфәров менән ул үҫтерәләр. Илнур әле махсус хәрби операцияла. Иң кесе ҡыҙы Сабина – Сибай сәнғәт колледжы студенты. Ул гитараны һайлаған.

Фотолар: Наилә Зөлҡәрнәеваның шәхси альбомынан.

Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Бөрйәндең талантлы ҡыҙы ул
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас