Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы

Күргәҙмә асыу ғына түгел, ысын-ысынында фәһемле осрашыу булды был сара

Башҡорт әҙәбиәте ынйыһыБашҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы

Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы “Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы” тип аталған күргәҙмә ойошторҙо. Ул күренекле башҡорт яҙыусыһы, Көнсығышта беренсе ҡатын-ҡыҙ романсы булып танылған Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арнала.

Экспозиция Милли әҙәбиәт музейы филиалы М.Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында асылды. Күргәҙмәлә әҙибәнең шәхси әйберҙәре, фотолары, 1957-се йылдан башлап баҫыла килгән "Ырғыҙ" романы һәм башҡа китаптары, бюсы, портреты урын алған.

Күргәҙмәне беренсе булып күрергә иң өлкән яҙыусыларыбыҙҙың береһе Мөкәрәмә Садиҡова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡова, яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре, журналистар, студенттар һәм башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр килде.

Күргәҙмә ҡарау ғына түгел ине был сара, ә сикһеҙ талантлы башҡорт яҙыусыһы Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшинаның тормошо һәм ижады тураһында һөйләшеү ҙә булды. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙының Һәҙиә Дәүләтшинаға, уның исеменә бәйле иҫтәлектәрен, Фәрзәнә Аҡбулатованың, ғалимәләр Ғәҙилә Бүләкова, Зәкиә Мырҙағолованың яҙыусы һәм уның ижады тураһындағы фекерҙәрен ишетеү фәһемле булды.

Сараға йыйылыусыларҙың барыһы өсөн дә Мөкәрәмә Садиҡованың күренекле яҙыусыбыҙ тураһындағы иҫтәлектәрен тыңлау ҡыҙыҡлы ла, тулҡынландырғыс та булды. Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙына Һәҙиә Дәүләтшинаны күреп белеү генә түгел, ә аралашып та йөрөү бәхете тейгән. Ул хатта, яҙмыш ҡушыуы буйынса тиергә булалыр, әҙибәнең “Ырғыҙ” романының ҡулъяҙмаһын проза секцияһы ултырышында тикшергән ваҡытта башҡорт әҙәбиәтенең абруйлы вәкилдәренең фекер алышыуына ла шаһит була. Ҡатмарлы заман, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә бик ябай түгел, ихласлыҡты ла, ғәҙеллек көҫәгән күңелеңде лә йәшереңкерәп тота торған осор ине, тип хәтергә алды быны Мөкәрәмә апай. Сәйәси золом ҡорбанына әйләнеп, зиндандан ҡаты үпкә ауырыуына дусар булып ҡайтҡан, ғәйәт мохтажлыҡ кисереп йәшәүенә, йүнле эшкә урынлаша алмағанлыҡтан ҡала мунсаһында иҙән йыуыусы булып эшләргә мәжбүр булыуға ҡарамаҫтан, бар көсөн “Ырғыҙ”ын ижад итеүгә бағышлаған Һәҙиә Лотфулла ҡыҙының ҡаһарманлығына таң ҡалып, Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙының хәтирәләрен тын да алмай тыңлағанбыҙҙыр...

Күргәҙмә 29 мартҡа тиклем эшләй. Туған әҙәбиәтебеҙ, уның тарихы, легендар шәхестәре менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн дә, студенттар һәм тикшеренеүселәр өсөн дә ул берҙәй ҡыҙыҡлы булыр.

Фоолар - БР Милли әҙәбиәт музейынан.

Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас