“Донъя биҙәге” тип аталған конкурсыбыҙҙың сираттағы ҡатнашыусыһы - Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Бәхетнамә” тапшырыуы алып барыусыһы Миңзиә Каспранова. Күптәр уның менән зәңгәр экрандар аша таныш.
Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫә ул. Унда 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт-инглиз бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, бер аҙ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп ала. Һуңынан төрлө урында эшен алмаштырырға тура килә. Сибай телевидениеһында диктор булып эшләүе журналист һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уята.
– Миндә бер ҡасан да журналист булыу хыялы булманы. Шулай ҙа байтаҡ йылдар үткәс, бала саҡта ундай хыялым булыуын бер инәйем хәтергә төшөрҙө. “Мин үҫкәс, телевизорҙа эшләйәсәкмен. Унан һеҙгә сәләм әйтеп ултырырмын” тигән булғанмын икән. Әлбиттә, уны үҙем хәтерләмәйем, - тип һөйләне конкурсантыбыҙ.
Ҙурырыҡ даирәлә эшләү хыялы уны ҡабаттан Өфөгә әйҙәй, БЮТ-та яңылыҡтар хеҙмәтендә эш башлай. Яңылыҡтарға эшкә килеү тормошон да үҙгәртә. Бында үҙенең яртыһын - Азат Каспрановты осрата. Тормошҡа сығып, балалар мәшәҡәтенә күмелә. “Бәхетнәмә” тапшырыуына алып барыусы итеп саҡырғас, күңеле ятҡан һөнәренә башкөллө эшкә сума.
- Телевидение менән ауырығандар ғына унда эшләй алалыр. Кем телевидениеға килеп эләгә, унан ҡабат ысҡына алмайҙыр. Эшем шул тиклем оҡшай. Командабыҙ бик татыу. Был тапшырыуҙа һәр тема йөрәк аша үтә. Яратып башҡарғас, тамашасыларға ла әйтер һүҙебеҙ барып етәлер. Тура эфир ваҡытында төрлө тарафтарҙан, төрлө өлкәләрҙән шылтыраталар. Шуға ҡыуанып эшләйбеҙ. Тамашасылар үҙҙәре лә темалар тәҡдим итә. Улар менән матур бәйләнеш булдырылған, - ти ул.
Тормош иптәше Азат менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкән улдары - Ришат, уртансылары - Хәмит һәм кеселәре - Нурия. Буш ваҡытта ғаилә менән улар республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәте буйлап сәйәхәт итергә ярата. Тәбиғәткә сыҡҡанда йолалары ла бар. Барған ерҙә сүп-сар йыялар, ошо рәүешле тәбиғәтте лә таҙарталар. Ҡайҙа барһалар ҙа, балаларға был урындарҙың тарихын, үҙенсәлеген һөйләйҙәр.
Миңзиәнең ҡыҙыҡһыныуҙары күп төрлө. Бәйләргә, аш-һыу бешерергә, китап уҡырға ярата. Айырым китапхана булдырырлыҡ китаптар һаҡланыуы ла уның китап яратыуы тураһында һөйләй.
Миңзиәгә артабан да эшендә һәм тормошонда уңыштар юлдаш булһын.
Фото: Миңзиә Каспранова архивынан.