Башҡортостан 2017 йылдан алып “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проектында ҡатнаша. Был проекттың мөһим йүнәлеше – 50 меңгә хәтлем кеше йәшәгән ауыл-ҡалаларҙағы мәҙәниәт усаҡтарының матди-техник базаһын нығытыу, балалар, ҡурсаҡ театрҙарының ижади эшмәкәрлегенә ярҙам итеү, техник яҡтан йыһазландырыу. Ул өс йүнәлештә алып барыла – “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театр – балаларға”, “Бәләкәй ҡала театрҙары”. Ошо йылдар эсендә проектҡа республиканың бөтә район, ҡалалары ҡушылған. “Урындағы мәҙәниәт йорто” программаһы аша йәлеп ителгән финанстар буйынса инде Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғылар рәтенән тороп ҡалғаны юҡ.
Программа ауылға ниндәй мөмкинлектәр бирә?
Программа аша башҡарылған һөҙөмтәле ғәмәлдәр театрҙарға йөрөгән тамашасылар һанын арттырҙы, мәҙәни учреждениеларға сараларҙы әҙерләү, үткәреүҙә йылдамлыҡ та өҫтәне, заманса әйтһәк, мобиллек бирҙе.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы айырыуса ауыл клубтарына киң мөмкинлектәр асты. Ҙур ҡалаларҙан алыҫ йәшәгән ауыл халҡы ла заманса шарттарҙа төрлө мәҙәни сараларҙы ҡарау форсатына өлгәште. Программа аша бүленгән финанс ярҙамы иҫкергән клубтарға ремонт яһап яңыртырға, кәрәкле ҡорамалдар, хатта транспорт һатып алырға ярҙам итә. Бынан тыш, яңы объекттар ҙа төҙөлә.
Иң төпкөлдә ятҡан бихисап ауылға ла хәҙер концерт, спектаклдәр хәҙер үҙҙәре “килеп етә”, ни өсөн тигәндә, “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы аша байтаҡ район автоклубтар һатып ала алды.
Матди яҡтан тыш, программа мәҙәниәт учреждениеларының ижади тормошон да ярайһы әүҙемләштереп ебәрергә булышлыҡ итте. Бәләкәй коллективтар тамашаларын яңырта алды, сөнки финанс ярҙамы уларға ситтән, ҡалаларҙан режиссер, музыкант, хореограф саҡырып килтерергә форсат бирҙе.
Ижади коллективтар өсөн тағы нимә мөһим? Әлбиттә, төрлө ижади ярыштарҙа ҡатнашып, үҙ көсөн һынап ҡарау. Һәм “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы быны ла күҙ уңында тотоп эшләнгән: уның ярҙамында сығарылған спектаклдәр Рәсәй кимәлендә генә түгел, халыҡ-ара статусҡа эйә фестиваль һәм конкурстарҙа ҡатнаша ала.
Тағы ла шуныһы. Ауыл клубтары, йыйылып концерт ҡарауҙан тыш, халыҡҡа осрашыуҙар, ниндәйҙер мөһим мәсьәләләр буйынса һөйләшеүҙәр үткәреү урыны ла булып хеҙмәт итә. Программа ярҙамында заманса үҙгәртеп ҡоролған клуб инде был мөмкинлекте үҫтереп, аралашыу үҙәгенә әйләнә. Бөгөнгө шарттарҙа республиканың күп тарафтарында клубтарҙың махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороу, ирекмәнлек үҙәгенә лә әйләнгәнен күрәбеҙ.
Проект – һандарҙа
Программа буйынса бүленгән дөйөм финанс ярҙамы 800 миллион тиерлек тәшкил иткән, уның 667-һе – федераль ҡаҙнанан.
“Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлешенә – 440 миллион, “Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡала театрҙары”на 359 милллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
301 ауыл мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яҡшыртылған, 13 клубҡа ремонт яһалған.
Йыл һайын туғыҙ театр репертуарын яңыртыу, яңы спектаклдәрен популярлаштырыу, гастроль проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге ала.
Театрҙарҙа 101 яңы спектакль ҡуйылған, уларҙың 45-е балаларға һәм ғаилә менән ҡарауға тәғәйенләнә.
Былтыр Рәсәй классиктары һәм хәҙерге заман авторҙарының әҫәрҙәре буйынса 10 спектакль ҡуйылған.
40 автобус һәм автомобиль һатып алынған. Уларҙың икәүһе – һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн махсус, ә 16-һы гастролдәргә йөрөүгә тәғәйенләнгән.
“Урындағы мәҙәниәт йорто” йүнәлеше нисек тормошҡа ашырылған?
28 ауыл мәҙәниәт йорто күп функциялы ауыл клубы итеп үҙгәртелгән.
Был йылдар эсендә мәҙәниәт учреждениеларына 301 тауыш һәм яҡтыртыу ҡорамалдары, сәхнә өсөн 62 кейем тупланмаһы, 2880 сәхнә кейеме, фольклор һәм хореография ансамблдәре өсөн 236 музыка ҡоралы һатып алынған.
24 мәҙәниәт усағында театр кәнәфиҙәре яңыға алмаштырылған, 123-өндә йыһаз яңыртылған, 10-ында светодиодлы экран ҡуйылған.
Быйыл әлеге программа буйынса мәҙәниәт йорттарының матди базаһын нығытыуға 85,5 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы арҡылы бихисап учреждениеның етди мәсьәләләре хәл ителә. Мәҫәлән, Миәкә районы халҡы БР Башлығы Радий Хәбировҡа гастролдәргә һәм конкурстарға йөрөү өсөн транспорт һорап мөрәжәғәт иткән. Һәм бына күптән түгел район мәҙәниәт һарайына яңы автобус һатып алынған. Быйыл Дәүләкән, Мәсетле райондарына һәм Ағиҙел ҡалаһына ла ошондай мөмкинлек биреләсәк.
2020 йылда Күгәрсен районының “Оҫтабикәләр” клубына 10 теген машинкаһы һатып алынған. Хәҙер клуб ағзалары сәхнә кейемдәре тегеү менән мәшғүл, ә унан алдараҡ улар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеүҙе төп шөғөлө иткән булған.
Күптән түгел, февраль айында, Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Финанстың төп өлөшөн учреждениены йыһазландырыуға тотоноу күҙаллана.
Республикабыҙ етәксеһенең эфирҙағы тура бәйләнеше ваҡытында Краснокама районы Иҫке Йәнйегет ауылы халҡы ауыл клубына заманса ҡорамалдар алыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Быйыл унда тауыш ҡорамалдары һатып алыу күҙ уңында тотола. Бәләбәй, Әбйәлил, Краснокама, Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында светодиодлы экрандар барлыҡҡа киләсәк.
“Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡала театрҙары”
“Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса ҡуйылған спектаклдәр Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара театр фестивалдәре, конкурстары афишаларына индерелә. Башҡоростан вәкилдәре унда абруйлы премияларға лайыҡ була. Үткән йылда Стәрлетамаҡ Рус драма театрының 2023 йылда сәхнәгә сығарылған “Гроза” әҫәре дүрт номинацияла “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһына дәғүә итә. Һөҙөмтәләр июнь айында билдәле була.
Партия проектына ярашлы үткән йылда сығарылған спектаклдәр Өфөләге театр декадаһына ла индерелә. Быйыл, мәҫәлән, был сара 24-30 мартта була, һәм унда былтыр ижад ителгән спектаклдәрҙе ҡарарға мөмкин.
Быйыл “Театр – балаларға” һәм “Бәләкәй ҡала театрҙары” йүнәлешен тормошҡа ашырыуға 10 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған, уның 8,6 миллионын федераль ҡаҙна бирә.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, 2025 йылда туғыҙ яңы спектакль сығарыу планлаштырыла. Әйтәйек, Сибай театры генерал-майор, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимовҡа арналған “Ҡанатлы генерал” әҫәрен әҙерләй, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры башҡорт халыҡ эпосы мотивтарына нигеҙләнгән “Аҡбуҙат”ты ҡуя, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры С. Айытматов пьесаһы буйынса “Аҡ пароход”ты сығара.
Йомғаҡлап әйткәндә, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу бәләкәй театр һәм ауыл клубтарына замандан артта ҡалмаҫҡа, ижади процесты байытырға, йәнләндерергә форсат биргәне аңлашыла. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың был турала: “Беҙҙең маҡсат – мәҙәниәт учреждениеларына ярҙам күрһәтеү. Был сараларҙың сифатын күтәрергә, мәҙәни ваҡиғаларға күберәк халыҡты йәлеп итергә булышлыҡ ҡыла. “Кесе Ватан мәҙәниәте”– ҙур ҡала, район үҙәктәренә генә түгел, уларҙан алыҫ урынлашҡан ауылдарға ла ярҙам иткән һөҙөмтәле ҡорал”, – тигәне менән һис һүҙһеҙ килешергә була.
Фекер
Альберт Имаметдинов, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры директоры:
– 2017 йылдан алып беҙҙең театрҙа төрлө жанрҙағы 16 спектакль ҡуйылды, репертуар киңәйҙе, беҙ тәжрибә үткәреп ҡарай башланыҡ. 30 урынлыҡ ике автобус, 10 урынлыҡ пассажир-йөк транспорты, микроавтобус һатып алдыҡ. Театрға реконструкция үткәргән ваҡытта улар беҙҙе “туйындырыусы” ла булды, сөнки гастролдәргә күп йөрөнөк. Бөгөн дә улар ныҡ ярҙам итә. Программа ярҙамында шулай уҡ заманса яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары, тамашаларҙы онлайн тәртиптә күрһәтеүгә тәғәйенләнгән ҡорамалдар ҙа һатып алдыҡ.
һүрәттәрҙә – "Кесе Ватан мәҙәниәте" программаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән күренештәр: Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, "Гөлнара"; Сибай башҡорт дәүләт драма театры – "Беҙҙең байлыҡ"; БР Милли йәштәр театры – "Ҡара һыуҙар"; Башҡорт дәүлә ҡурсаҡ театры – "Ваҡыт буйлап ғәжәйеп сәйәхәт". Фотолар – театрҙарҙың рәсми төркөмөнән.