Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 2024 йылға дөйөм тираж күләме буйынса тәүге тапҡыр Рәсәйҙең алдынғы 50 нәшриәте иҫәбенә инде. Мәғлүмәттәрҙе Рәсәй китап палатаһы тәҡдим иткән. "Китап" сығарған баҫмаларҙың тиражы - 609,46 мең дана.
Матур сәбәп айҡанлы, "Башинформ" агентлығы нәшриәт директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова менән әңгәмәләшкән. "Китап" - абруйлы федераль рейтингка ингән берҙән-бер милли дәүләт нәшриәте", - тип билдәләй етәксе.
- Былтыр беҙҙә 151 китап баҫылып сыҡты, бүләк баҫмалары ныҡ күп булды. Шулай уҡ беҙ төбәк һәм ил күләмендә 16 награда алдыҡ, икенсе йыл рәттән "Башҡортостандың 100 иң яҡшы тауары" һәм "Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙары“ билдәһенә эйәһе булдыҡ. Республиканан ситтә лә башҡорт китаптарына ихтыяж бар – маркетплейстарға сығарғас, һатыу ҡырҡа артты, баҫмалар Ҡаҙағстанға, Белоруссияға һәм башҡа илдәргә оҙатылды, – ти Эльмира Хәйретдинова.
Ул 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк "Китап-байрамы" халыҡ-ара китап йәрминкәһенә нәшриәттең бик күп ҡыҙыҡлы саралар планлаштырыуы тураһында ла телгә алып үтте.
– Китап байрамы алдынан һәм күргәҙмә эшләгән ваҡытта уҙған йылдың аҙағында донъя күргән күп ҡыҙыҡлы китаптарҙың исем туйын үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ бында Рәсәй нәшриәттәре араһында "Урал батыр ерендә йыл китабы" конкурсы ойошторола. Күп нәшриәттәр бында килергә ынтыла, сөнки китап йәрминкәһендә һатыу яҡшы бара, беҙ башҡа төбәктәр менән килешеүҙәр төҙөйбөҙ, авторлыҡ хоҡуҡтары менән эш итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашабыҙ. Ә 9 майға аудиоҡушымта менән бергә башҡорт телендә "Геройҙар юлы менән" китабын әҙерләйбеҙ. Унда Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция хаҡында хикәйәләр инә, – тип хәбәр итте "Китап" нәшриәте етәксеһе.
Ҡағыҙ баҫмаларҙан тыш, "Китап" аудиокитаптар йүнәлешен дә үҫтерә. Уҙған йылда илебеҙҙә бөтәһе 369,5 миллион дана китап донъя күргән, был 2023 йылғы күрһәткестәрҙән 10,3 процентҡа күберәк. Өлкәндәр өсөн нәфис әҙәбиәткә – 22 меңдән ашыу, балалар өсөн китаптарға 12,6 меңдән күберәк атама тура килгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 14 сентябрендә баш ҡаланың тарихи үҙәгендә "Китап" нәшриәтенең фирма магазины асылды. Унда башҡорт, рус, татар, удмурт, инглиз, немец һәм башҡа телдәрҙә баҫылған китаптар һатыла.