12 мартта Республика йортонда хәрби-патриотик темаға арналған әҙәби, музыкаль һәм һынлы сәнғәт әҫәрҙәре буйынса үткәрелгән республика конкурсы комиссияһы ултырышы булды. Ул йыл да үткәрелеп килә. Ултырышты БР Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов алып барҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурсты үткәреү тураһында указға Радий Хәбиров былтыр май айында ҡул ҡуйҙы.
Комиссия ҡарамағына өс номинацияла 123 әҫәр килгән. Еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр ҡаралған: 1-се урынға – 1,5 миллион, 2-сегә – бер миллион, 3-сөгә – 500 мең һум. Бынан тыш, баһалаусылар һәр береһе 100-әр мең һум күләмендә махсус приздар эйәләрен дә билдәләне.
– Аҡса премияһы иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеклелеге менән айырылып торған, махсус хәрби операция ваҡиғаларын, геройҙарының батырлығын да һүрәтләгән әҫәрҙәр өсөн бирелә. Улар республика мәҙәниәтенә ярайһы өлөш индерә, – тине Азат Бадранов.
Конкурс еңеүселәрен һәм призерҙарын иртәгә Өфөлә, V АРТ-Ҡоролтай – Халыҡ-ара мәҙәни форум барышында бүләкләйҙәр.