Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың ижады сит илдә лә танылыу яулай. Ошо көндәрҙә уны Беларусь Республикаһы Яҙыусылар союзына алдылар.
Бынан алда Мәскәүҙә уҙған Рәсәй Яҙыусылар союзының сираттан тыш XVII съезында Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы составын һайланылар. Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһына 50 кеше ингән, улар араһында яҙыусылар Игорь Волгин, Сергей Лукьяненко, Сергей Минаев, Захар Прилепин һәм Александр Проханов, шағир Евгений Рейн, режиссерҙар Константин Богомолов һәм Карен Шахназаров, шулай уҡ Әҙәби музей директоры Дмитрий Бак кеүек ҡәләм оҫталары бар. Был исемлеккә яҡташыбыҙ - Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов та индерелде.
Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский Рәсәй Яҙыусылар союзының рәйесе – беренсе секретары итеп һайланды. Владимир Мединский кандидатураһын Рәсәй Яҙыусылар союзының XVII сираттан тыш съезында делегаттар хупланы. Уның кандидатураһын Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының быға тиклемге рәйесе, үҙ теләге менән вәкәләттәренән баш тартҡан Николай Иванов тәҡдим иткән.
– 27 февралдә Мәскәүҙә үткән Рәсәй Яҙыусылар союзының сираттан тыш XVII съезы барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа Яҙыусылар союзына ярҙам саралары өсөн бер нисә тапҡыр сәхнәнән рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Башҡортостан 2024 йыл йомғаҡтары буйынса “Рәсәйҙең әҙәби флагманы” статусына лайыҡ булған төбәк – әҙәбиәткә ярҙам өлгөһө булараҡ билдәләнде, — тип билдәләне Айгиз Баймөхәмәтов.
Съезд эшендә Башҡортостан яҙыусылары - БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, БР халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Президенты премияһы лауреаты Камил Йыһаншин, БР рус телле яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Светлана Чураева ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 30 май - 1 июнь көндәрендә Өфөлә III “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк, ул илдең иң ҙур китап йәрминкәһе булараҡ абруй яуланы ла инде.
Бөгөн Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ошо айҡанлы республикабыҙҙың барлыҡ яҙыусыларын байрам менән ҡотлайбыҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ.
Фото: vk.com/id25835987?from=search.