Күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған популяр йырсы Ришат Төхвәтуллиндың концерттары Өфө ҡалаһында ҙур аншлаг менән үткән. Тамашаларҙа буш урындар булмаған, халыҡ эркелешеп концерттарға йөрөгән.
Йырсы тыуған яғына ҙур әҙерлек менән ҡайтҡан. Концерттың режиссураһы уңышлы, төрлө эффекттар күҙҙе ҡамаштырмай, киреһенсә, зауыҡлы һәм урынлы булған. Иң мөһиме - йырсының үҙенә генә хас тауышы, халыҡсан моңо тамашасыларҙы әсир иткән. Шуға күрәлер ҙә инде йырсы көслө алҡыштарға күмелгән, тамашасылар уны сәхнәнән оҙаҡ ебәрмәй, йырлауын үтенгән.
Ә ул был ваҡытта... сирләгән булған. Был хаҡта йырсы телеграм-каналында хәбәр иткән.
"Дуҫтар, минең гайморит. Былтыр ҙа булған ине, быйыл да килеп сыҡты. Гайморит булғас, шеш үпкәгә төшә. Шулар йыйылып, йүтәл килеп сыға, тауыш ярыларым ултыра, арый. Әле дауаланам. Өфө тамашасыларына бик ҙур рәхмәт. Беҙ барыбыр йырып сыҡтыҡ. Концерттар бик яҡшы үтте, ауырығаным һиҙелмәне лә", -тигән ул.
Ни эшләйһең, артистарға ла рәхәт түгел шул... Тиҙерәк һауығып китегеҙ!
Фото: Р.Төхвәтуллиндың шәхси сәхифәһенән.