Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?

Мәшһүр яҙыусының автобиографик китабы донъя күрҙе. 

Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?

Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арналған әҙәби осрашыуҙарҙы Белорет районында дауам итә.

Саралар 12 мартта – Белорет медицина колледжында, ҡалалағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында, 13 мартта Белорет лицей-интернатында һәм Инйәр 2-се башҡорт мәктәбендә үткәрелде. Осрашыуҙарҙы шағир Ф.Т. Күзбәков, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Г.Д. Саламатова, Ш. Бабич премияһы лауреаты А.В. Хватков, музей хеҙмәткәрҙәре Р.Р. Солтангәрәев, Л.А. Хажиева бик ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сығыштары менән биҙәй.

Белешмә:

Күренекле башҡорт яҙыусыһының, бик күп тарихи романдар авторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, СССР Яҙыусылар союзы премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Яныбай Хамматович Хамматовҡа быйыл 100 йәш тулған булыр ине.

Яныбай Хамматов ике тиҫтәгә яҡын роман, тиҫтәләгән повесть һәм хикәйәләр яҙған. Ул башҡорт әҙәбиәтендә тәүге биш китаптан торған ҙур серия – пенталогия авторы булып тора. Был серияға “Бөртөкләп йыйыла алтын ”, “Аҡман-тоҡман”, “Йәшенле йәй”, “Юрғашты”, “Руда” романдары ингән. Артабан башҡорт халҡының тарихы, яҙмышы “Төньяҡ амурҙары”, “Һырдаръя”, “Салауат”, “Ҡара һуғыш” романдары килә. Тарихи ваҡиғалар шулай уҡ “Башҡорттар һуғышҡа китте”, “Комбриг Мортазин” биографик романдарында сағылыш таба. Ә бына күптән түгел яҙыусының юбилейына башҡорт телендә “Алтын юлағым”  (“Золотой след”) тигән яңы китап донъя күрҙе. Был Яныбай Хамматовтың автобиографик романы. Йыйынтыҡҡа авторҙың “Хәсрәтле бала саҡ”, “Йылдар һәм юлдар”, “Эҙләп табылған хазинам” әҫәрҙәре ингән.

Яныбай Хамматов 1925 йылдың 16 ғинуарында Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуған. 1940-1942 йылдарҙа Үрге Әүжән алтын приискыһында эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Яныбай Хамматовтың әҫәрҙәре 40-сы йылдарҙың икенсе яртыһында баҫыла башлай. Тарихи проза жанрында эшләй.

2006 йылда Белорет башҡорт гимназияһына Яныбай Хамматов исеме бирелә. 2014йылда Яныбай Хамматовҡа үлгәндән һуң “Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының почетлы гражданы” исеме бирелә.

21 мартта Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына Белорет ҡала мәҙәниәт һарайында хәтер кисәһе ойошторола.

Фото сығанағы: Зәки Әлибаев.

Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Кемдәр генә уҡыманы икән уның әҫәрҙәрен?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас