Башҡорт Асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы кисә, 13 мартта Ҡазан ҡалаһында "Әйҙә, шаярт" Татар лигаһы фестивалендә Гран-при яуланы. Йәш КВН-сыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабанғы этаптарҙа ла еңеү теләйбеҙ!
Уйын тураһында ентеклерәк белешергә теләп, Башҡорт асыҡ шаяндар һәм отҡорҙар лигаһының идара рәйесе Урал КӘРИМОВҡа шылтыраттыҡ.
– Башҡорт асыҡ КВН лигаһы төрки телле шаяндар һәм отҡорҙар лигалары араһында, атап әйткәндә, Татарстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан, Үзбәкстан менән ассоциацияла торабыҙ, бер-беребеҙҙең уйындарында ҡатнашабыҙ.
Былтыр Татарстандың Туҡай районы йыйылма командаһы тотош бер миҙгелебеҙҙә уйнаны һәм финалда 2-се урын яуланы. Беҙ ҙә күптән инде ут күршеләребеҙҙең “Әйҙә шаярт” лигаһы менән дуҫбыҙ. Ул бай ғына тарихлы, 20 йылдан ашыу эшләй. Быйыл йыйылма командабыҙҙы уларҙың миҙгелендә ҡатнашырға ебәрҙек. Капитаны – Илһам Ишкинин, бик тәжрибәле КВН-сы. Ҡалғандар – балалар уйындарында ҡатнашып йөрөп, күҙ алдыбыҙҙа тиерлек үҫешкән өмөтлө йәш уйынсылар.
Әлеге фестиваль ул Татар лигаһының ошо яңы миҙгелен асыу сараһы булды, йәғни беҙҙең команда миҙгелдең беренсе уйынында еңеү яулап, артабанғы этапҡа күсте. Уйында бөтәһе 20 команда сығыш яһаны. Йәй көнө – сирек финал, унан – ярымфинал һәм миҙгелде финал сараһы йомғаҡлап ҡуясаҡ. Командабыҙ һынатмаҫ, тип ышанабыҙ.
Быға ҡәҙәре лә Ҡазандағы уйындарҙа ҡатнашып килдек, әлбиттә, ә был еңеүебеҙ – беренсе, шуныһы менән ҡәҙерле. Астананан призлы урын алып ҡайтҡаныбыҙ бар, Ташкент ҡалаһында ла сығыш яһаныҡ.
Артабан да ике туғандаш республиканың йәштәр КВН командалары араһында дуҫлыҡ дауам итер, тип ышанам, - тине Урал Салауат улы.
Дуҫтар, әйткәндәй, 20 мартта "Торатау" Когресс-холы сәхнәһендә беренсе тапҡыр урта профессиональ белем биреү буйынса уҡыу йорттары араһында башҡортса КВН ойошторола. Уны Башҡорт асыҡ КВН лигаһы БР Йәштәр министрлығы, Мәғариф министрлығы менән берлектә, "Шаян лига" ижади кластеры" проектына ярашлы БР Башлығы Гранттары фонды ярҙамында үткәрә.
Һүрәтәрҙә: еңеүсе команда; Урал Кәримов, колледждар кубогы тураһында. Фотолар - Башҡорт асыҡ КВН лигаһы архивынан.