Бөтә яңылыҡтар

"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"

Еңеүселәр алты номинацияла билдәләнде. Бынан тыш, "Тамашасы һөйөүе"н яулаған кеше лә алҡыштарға лайыҡ булды. 

"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"

15 мартта Өфөлә республиканың төп сәхнәһе – “Башҡортостан” дәләт концерт залында “Ҡурай даны” милли телевизон премияһы тапшырылды. Унда һөнәрендә уңышҡа өлгәшкән, халыҡ йолаларын һәм кәсептәрен, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүсе таң ҡалырлыҡ оҫталарҙы, татыу ғаиләләрҙе, шәфҡәт туташтарын, ер кешеләрен данлаған сағыу сара үтте.

“Ҡурай даны” телевизион милли премияһы 2018 йылда “Башҡортостан” ТРК-ның “Ҡурай-ТВ” музыка-күңел асыу каналы башланғысы менән булдырылды. Ошо ваҡыттан алып ул билдәлелек яулап, иң әһәмиәтле проекттарының береһенә әүерелде.

2024 йылда телепремияға тамашасылар тәҡдиме менән 27 замандаш дәғүә итте. Был юлы “Ҡурай даны” милли телепремияһы алты номинацияла еңеүселәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, еңеүселәр: “Ер кешеһе” – Айнур Бейембәтов, “Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ҡатын-ҡыҙҙар” – Ғәбиҙә Вәлиева, “Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ир-егеттәр” – Ришат Ғәлинуров, “Иң яҡшы ауыл фельдшеры” – Рәмилә Сәйетова, “Киң күңелле ғаилә” – Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар, “Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы” – Әхнәф Ноғайғолов, “Тамашасы һөйөүе”  Дания Ямалетдинова. Улар проекттың төп бүләгенә – зиннәтле, затлы көмөш миҙалға лайыҡ булды!

“Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ҡатын-ҡыҙҙар” номинацияһында көмөш миҙалға лайыҡ булған Ғәбиҙә Вәлиева  Иглин районының Турбаҫлы ауылынан.  

– Мин был еңеүгә бик оҙаҡ килдем, тип әйтһәм дә була. Кисә генә миңә “Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн” миҙал бирҙеләр. Бөгөн дә бик ныҡ тулҡынланам. Ошондай сараларҙы үткәргәндәре өсөн рәхмәт, – тине Ғәбиҙә Вәлиева.

Ҡариҙел районың Абыҙ ауылынан “Эшенең оҫтаһы-кәсепсе. Ир-егеттәр” номинацияһында еңеү яулаған Ришат Ғәлинуров менән дә аралашырға насип итте.

– Туҡтамай эшләгәнмендер. Ҡайһы саҡтарҙа төндә лә сығып эшләп аламын. Уянып китәһең дә: “Бына был ерҙе былай, теге ерҙе ошолай эшләргә кәрәк”, – тип уйланаһың. Ҡайһы мәлдәрҙә ул эш килеп сыҡмай, ташлап торорға ла тура килә. Барыһы ла эстән, күңелдән илһам килгәндә генә эшләй торған шөғөл ул, – тине Ришат Ғәлинуров.

“Ер кешеһе” номинацияһындағы көсөргәнешле бәйгелә Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры Айнур Бейембәтовҡа тапшырылды. Был номинацияла көмөш миҙал тапшырған Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Айнур Бейембәтовтың үҙ эшен яҡшы алып барыуы, урман янғындарын һүндереүҙә индергән өлөшө тураһында билдәләп үтте.

“Иң яҡшы ауыл фельдшеры” номинацияһында еңеүсе – Иглин районын Рәмилә Сәйетова эше хаҡында: “Төндә лә, көндөҙ ҙә, ҡунаҡтан да сығып китәбеҙ, ял көнө лә юҡ. Көнө-төнө эштәбеҙ инде. Был эшкә ғүмер буйы тоғро булып ҡалдым, уны башҡа бер һөнәргә лә алмаштырмаҫ инем. Мине аңлап торған тормош иптәшемә, балаларға рәхмәт”, – тине.

“Иң яҡшы ауыл хакимиәте башлығы” номинацияһында бүләкләнгән Ғафури районының Имәндәш ауылы хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғолов 24 йыл ошо вазифала эшләй. Ул: “Яратҡан эш ялҡытмай,  дәрт, илһам бирә. Халҡым, тыуған ерем мәнфәғәтенә эшләйем, йәшәү шарттары көйлө булһын өсөн тырышам. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙҙе, ғаиләләрен ҡайғыртабыҙ, хәстәрләйбеҙ, ярҙам итәбеҙ. Эшебеҙҙе ошолай итеп баһалағандары өсөн ҙур рәхмтлемен”, – тип белдерҙе.

“Миһырбанлы ғаилә” номинацияһында көмөш миҙал яулаған Мәҙинә һәм Эдик Ғәлимйәновтар Ҡариҙел районының Яңы Муллаҡай ауылында йәшәй. Улар алты баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған.

 “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеү яулаған Дания Ямалетдиноваға өсөн тауыш биреү ваҡытында 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 3600-ҙән ашыу комментарий яҙғандар.

Телепремия тапшырыу тантанаһы бик яҡшы ойошторолған. Сәхнәгә сыҡҡан артистар сығышы менән дә тамашасы ҡәнәғәт ҡалды. Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Иҙел Нурғәлин, Айгөл Һағынбаева, Заһир Иҫәнсурин, Артур Туҡтағолов һәм Миңзифа Исҡужина, Искәндәр Ғәзизов һәм Айгөл Әсәҙуллина, “Рух” һәм “Бишбармаҡ” төркөмдәре һәм башҡа бик шәп артистар, төркөмдәр уның һәр тамашасыһы һәм ҡатнашыусыһы өсөн илһам сығанағы булды. Өс сәғәткә һуҙылған тамаша өс минуттай үтте лә китте.

“Ҡурай даны” милли премияы проекты авторы Рита Өмөтбаева белдереүенсә, быйыл да проект эшен дауам итәсәк, сөнки ул халыҡ тапшырыуына әйләнгән.

Фото: Рәмилә Мусина һәм vk.com/kuraitv1.

"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
"Төнөн уянып китеп тә эшләп алам"
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас