Бөтә яңылыҡтар
10

Сәхнәлә – мөхәббәт

“Тамаша нимә хаҡында?” – тигән һорауға, “мөхәббәт” тиһәң, ауыл клубы шығрым тулғанын күҙаллағыҙ. Бында ла салауаттар ҡуйған спектакль хаҡында шулай тиергә була. Юҡҡа ғына исеме “Һөйөү көсө” тип аталмай. Килегеҙ, ҡарағыҙ. Ә драматург менән әңгәмә темаға бер аҙ асыҡлыҡ индерер.  

Сәхнәлә – мөхәббәт
Сәхнәлә – мөхәббәт

“Тамаша нимә хаҡында?” – тигән һорауға, “мөхәббәт” тиһәң, ауыл клубы шығрым тулғанын күҙаллағыҙ. Бында ла салауаттар ҡуйған спектакль хаҡында шулай тиергә була. Юҡҡа ғына исеме “Һөйөү көсө” тип аталмай. Килегеҙ, ҡарағыҙ. Ә драматург менән әңгәмә темаға бер аҙ асыҡлыҡ индерер.

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 92-се ижад миҙгелен Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның “Франциска” пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйөү көсө» спектакле менән асҡайны. Әле улар баш ҡала тамашасыһын гастролдәре менән һөйөндөрә. 26 мартта ошо спектаклде М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында ҡарай аласаҡбыҙ.

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы, белеүебеҙсә, был пьесағыҙ Ноғман Мусиндың “Һайлап алған яҙмыш” романының төп геройы Зилдә-Заһиҙә яҙмышы хаҡында. Романдан айырмалыҡтар бармы? Был героиня хаҡында яҙыуығыҙҙы белгәс, Ноғман ағай ҡаршы килмәнеме?

 – Бер мәлде мине Ахунйән Хатмуллин тигән ир-егет эҙләп тапты. Немец ҡыҙы Франциска тураһында әҫәр яҙҙырырға теләген әйтте. “Ноғман Мусиндың романында ул Зилдә-Заһиҙә һәм бында уйҙырма күп. Ә ысынында немец ҡыҙының яҙмышы бик аяныслы. Туғандары исеменән ысынбарлыҡты яҙыуығыҙҙы һорайым”, – тине. Иң тәүге аҙымым – Ноғман ағай менән һөйләшеү булды. Унан өр-яңы драматик әҫәр яҙыуыма фатиха алғас ҡына пьеса яҙырға ризалаштым. Минең пьесам Ноғман Мусиндың романынан ҡырҡа айырыла.  

  • Материал нисек йыйылды?

– Ахунйән мине Францисканың бүләһе Ирек менән таныштырҙы, беҙ Бөрйән районы Брәтәк ауылына барып, буласаҡ героиня көндәшенең балалары, зат-ырыуы менән күрештек, шунда үҙемә кәрәкле мәғлүмәттәр алдым.  Аҙаҡ Ирек Ишембайҙа йәшәгән өләсәһенә – Францисканың ҡыҙы Фәрхиә апайға алып барҙы. Шул осрашыуҙарҙа йыйылған материалдар аша әҫәр яҙырға йөръәт иттем.

  • Пьеса оҙаҡ яҙылдымы?
  • Оҙаҡ ҡына яҙылды, ике-өс вариант яҙып ҡараным. Береһен Хәҙерге заман драматургияһы республика семинар-лабораторияһы хөкөмөнә тапшырып ҡараным. Етәксебеҙ Зиннур Сөләймәнов шунда уҡ уға иғтибар итте. Рәсәй кимәлендә танылыу алған театр тәнҡитселәре был әҫәр буйынса фильм төшөрөү ҡулай, тигән фекер әйтте.
  • Режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәгә ҡуясағын белгәс, ниҙәр кисерҙегеҙ?
  • Алланың һуҡҡан сәғәте етмәйенсә, бер эш тә ҡуҙғалмай бит инде. Ҡасандыр ҡуйылыр әле, тигән ышаныс бар ине күңелдә, сөнки Зиннур Сөләймәнов бер-ике йыл элек кәңәштәр биреп, пьесаны бер аҙ үҙгәрттереп алғайны. Ул шылтыратҡас, әлбиттә түбәм күккә тейҙе!

Тәүге яҙылған варианттан әлеге сәхнәләгеһе айырыламы? Эш барышында үҙгәрештәргә дусар булдымы? Режиссер һеҙ күрергә теләгәнде сәхнәлә кәүҙәләндерә алдымы?

– Спектаклдә пьесанан тайпылыш күрмәнем. Сәхнә ҡанундарына ярашлы, ваҡытты иҫәпкә алып, әҙ генә ҡыҫҡартылған. Әммә әҫәргә хилафлыҡ килмәгән. “Мөхәббәт көсө” – оло сәхнәгә ҡуйылған минең өсөнсө пьесам. Инанғаным шул – режиссер әҫәрҙе драматургҡа ҡарағанда ла нығыраҡ төшөнә, тоя. Ул спектакль ҡуйғанда бөтә күңелен, йөрәген биреп эшләй. Режиссер менән драматургтың уртаҡ хеҙмәт емеше ул – спектакль. 

  • Премьераға төп героиняның туғандары килде тигәйнегеҙ. Кемдәр улар?
  • Салауат драма театрына Ҡаҙағстандан, Силәбе өлкәһенән, Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ейәндәре, туғандары, бүләләре килгәйне. Бүләһе Ирек тә булды. Ул өләсәһе менән олатаһының фотоларын бирҙе.
  • Салауат театры артистары башҡа театр артистарынан нимәһе менән айырыла? Ғөмүмән Салауат театры хаҡында эш барышында, спектакль сәхнәгә сыҡҡас та ниндәй фекер тыуҙы?

–Салауат театры артистары баш ҡалабыҙҙың бүтән театрҙары артистары кеүек үк ихлас, талантлы, тәүәккәл һәм тырыш. Ҡағыҙҙағы әҫәрҙән сәхнәлә тотош тормош төҙөп ҡуйыу – режиссер һәм актерҙар тыуҙырған мөғжизә! Ныҡ ризамын уларҙың матур эшенән. Ҙур рәхмәт! 

Драматург булараҡ тағы ниндәй әҫәрҙәр менән тамашасыларҙы ҡыуандырмаҡсыһығыҙ? Яҙылып та сыҡмай ятҡан әҫәрҙәрегеҙ бармы?

–Минең Ш.Бабич тураһындағы пьесам бар. Шулай уҡ ике-өс вариантта. Уны режиссерҙарға күрһәткәнем юҡ. Үҙ сәғәтен көтөп яталыр инде. Тәҡдим итергә кәрәк әле.

Был спектаклегеҙ башҡа ҡуйылғандарынан (уларҙы ла хәтергә алып китәйек) нимәһе менән айырыла, һеҙҙеңсә?

–М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған “Минең ғаиләм” спектакле (режиссеры Айрат Абушахманов) бөгөнгө заманда әсә һәм бала, ҡәйнә һәм килен проблемаларын ҡуҙғатҡайны. Эскелек темаһы, уның емергес көскә эйә булыуы иҫбатланды. Сибай драма театрындағы “Юғалтыу” драмаһы үҫмерҙәргә тәғәйенләнеп, бөгөнгө йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын, икеләнеүҙәр аша дөрөҫ юл эҙләүҙәрен күрһәтте. Тоғролоҡ, дуҫлыҡ, кешелеклелек темаларын асты. Ике пьесам да заманса, бөгөнгөсә ине. Ә был әҫәр үткән  быуаттың егерменсе йылдарына бағышлана. Илебеҙҙәге һынылыш осоро, аслыҡ, Граждандар һуғышы... Һәр көн һынауға ҡоролған, иртәгә кешене нимә көткәне лә билдәһеҙ. Шуға ла пьесаның сюжеты ныҡ көсөргәнешле. Шул мәлдә төпкөл, ҡараңғы ауылға Германияның Оберхаузен ҡалаһынан бай ҡыҙы, иркә Франциска килеп төшә. Мөхәббәтенә эйәреп. Мөхәббәт ниндәй ҡайғыларға, михнәттәргә дусар итерен дә белмәйенсә. Шунан башлана инде йәшәү өсөн көрәш.

Тағы ниндәй темаларҙы сәхнәгә сығарырға теләр инегеҙ? Һеҙҙеңсә, тамашасының бөгөнгө көндә ихтыяжы ниндәй?

–Себер темаһын яҡтыртҡым килә. Мин вахтасылар тураһында бер пьеса яҙғайным инде ул. Һалып ҡуйғанмын. Режиссерҙарға тәҡдим итмәгәнмен әле. Тамашасы спектаклдән үҙенә ниндәйҙер рухи аҙыҡ алып сыға. Үҙен геройҙар урынына ҡуйып ҡарай, ауаздашлыҡ булһа, ҡыуана. Борсоған һорауҙарына яуап тапҡандай була. Һынмаҫ  рухлы геройҙарҙың тормош ауырлығына бирешмәүе, проблемаларҙан сығыу юлын эҙләүе һәм табыуы тамашасыға көс бирә, артабан йәшәүгә ҡанат ҡуя. Бына шундай әҫәрҙәр кәрәк бөгөн. Ҡайһы заманды һынландырыуына ҡарамаҫтан, кешелек ҡиммәттәрен юғары ҡуйған, көслө кешеләр тураһындағы әҫәрҙәр.

  • Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ижади уңыштар теләйбеҙ!

Гөлназ ҠОТОЕВА һөйләште.

 

Фотоларҙа:

Драматург – сәхнәлә!

Спектаклдән күренештәр

Төп герой ролендә

Килен төшөрөү

Сәхнәлә – мөхәббәт
Сәхнәлә – мөхәббәт
Сәхнәлә – мөхәббәт
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: