Артист тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар күп инде. Бигерәк тә Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр булған Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси тормошон һәр кем күҙәтергә ярата.
Күптән түгел йырсыға социаль селтәрҙә улының әсәһенең концертына йөрөү-йөрөмәүе тураһында бик ҡыҙыҡ һорау биргәндәр.
"Ҡазанда үткән концерттарға килгеләй. Шыпырт ҡына ҡарап ултыра ла тыныс ҡына ҡайта ла китә. Үҙен күрһәтмәҫкә ҡуша", - тип яуап биргән Илһөйә Бәҙретдинова.
Бик серле егет булып сыҡты әле Нариман Шиһапов. Уңайһыҙлана, күрәһең...
Алданыраҡ беҙ Наримандың һүрәт төшөрөргә яратыуы хаҡында яҙған инек.
Фото: Илһөйә Бәҙретдинованың шәхси архивынан