Бөтә яңылыҡтар
10

Ятағанға оҡшаған уйын ҡоралында уйнайҙар

Алдағы йылдарҙағы конкурстар менән сағыштырғанда үҙгәреш: быйыл ҡатнашыусылар Тыванан, Бүрәт еренән һәм Монголиянан да килгән.

Ятағанға оҡшаған уйын ҡоралында уйнайҙар
Ятағанға оҡшаған уйын ҡоралында уйнайҙар

19-20 мартта Традицион музыка уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың Ғата Сөләймәнов исемендәге Бөтә Рәсәй асыҡ конкурсы үтә. Алдағы йылдарҙағы конкурстар менән сағыштырғанда, быйылғыһы шуныһы менән ҡыҙыҡлы: ҡатнашыусылар Тыванан, Бурәт Республикаһынан һәм Монголиянан да килгән. Бөтә Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара статусҡа эйә конкурсты Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҙғара.

Һәр конкурсант үҙҙәренең милли музыка уйын ҡоралында уйнап көс һанашасаҡ. Видеонан күренеүенсә, башҡа милләттәр ҙә беҙҙең ятағанға оҡшаш музыка уйын ҡоралында уйнаясаҡ.

Әйткәндәй, конкурс асыҡ рәүештә буласаҡ, кемдәр теләй, сәнғәт институтының Федор Шаляпин исемендәге концерт залынабарып ҡарарға мөмкин. 

Видеолар: Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: