Республикала билдәле башҡорт ғаиләһе – Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина менән Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтар рухлы, телен һөйгән балалар тәрбиәләгән. Уларҙың ҡыҙы Гәлсәр Байғусҡарова бала саҡтан "Тамыр" балалар телеканалы тапшырыуҙарында ҡатнаша, алып бара, әле Мәскәүҙә белем ала.
Гөлназ Фәрит ҡыҙының социаль селтәрҙәге яҙмаһы ошо хаҡта һөйләй.
– “Башҡорт теле” йырың классикаға тартым бит, ҡыҙым, этника кәрәк түгелме ул фестивалгә? — тип шик белдерәм, Гәлсәрҙең Заман этник музыкаһының II халыҡ-ара фестиваленә әҙерләгән программаһын ҡарап.
— Улайға китһә, башҡорт халыҡ йырҙары – шау классика! – булды Гәлсәрҙең яуабы.
Эстән генә: “Рәхмәт, балам!” – тинем. Гәлсәрҙең башҡортлоҡто шулай тәбиғи һәм ихлас тойоуын мин аңлап та бөтә алмайым. Башҡортлоҡ уның өсөн яҡынлыҡ, яҡтылыҡ, йылылыҡ, матурлыҡ һәм моң. Телефон, паспорт тыштарына хәтлем башҡорт һүрәттәре төшкән уның!
Үткән йәкшәмбе Гәлсәр Заман этник музыкаһының II халыҡ-ара фестивалендә сығыш яһаны. Мәскәүҙә атаҡлы KOZLOV-KLUB джаз клубы сәхнәһендә рус, әрмән, йәһүд, поляк, балҡан халыҡтарының исемле, тәжрибәле төркөмдәре менән бергә Гәлсәр башҡортса ярты сәғәтлек программа яңғыратты. Һәр йырының тарихын һөйләп, аңлатып, лайыҡлы итеп сығыш яһаны.
Башҡортлоғоноң баһаһын белеп, үҙең шау моңдан яралған халҡының бер сатҡыһы булыуын тойоп сығыш яһаны. Рәхмәт, ҡыҙым!
“Башҡорт теле” йырының телефонға ғына төшөрөлгән яҙмаһын ҡуям”, – тип яҙған Гөлназ Ҡолһарина.
Был йыр халыҡта ла тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Балаларын башҡорт рухында тәрбиәле итеп үҫтергән әсәй менән атайға: “Тәрбиә көсө! Бик моңло, ысынлап та, кимәл!”, “Тәрбиә кейгән кейемендә күренә: әҙәпле, ябыҡ, тыйнаҡ кулдәк. Уныштар! Гәлсәрҙең тауышы гәлсәр”, “Рәхмәт яуғыры!”, "Шундай баланы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн үҙегеҙгә һәр саҡ эстән генә рәхмәт әйтә киләм" тип тик рәхмәт һүҙҙәре әйтәләр.
Фото: vk.com/galsar_bai.
Видеояҙма Гөлназ Ҡолһаринаның "Бәйләнештә" социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.