Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының талантлы йәш йырсыһы Алмас Сирусин, ысын таланттарға хас булғанса, бик тыйнаҡ. Үҙен танытыу өсөн төрлө алымдар ҡулланып шау-шыу ойоштороу уға бөтөнләй ят. Шуғалыр ҙа, тамашасы-тыңлаусылары уны хөрмәт итә, йырға булған һаҡсыл ҡарашын үҙ итә.
Алмастың тауышы киң диапазонлы, моңло, хисле. Ул халыҡ йырҙарын да, заманса әҫәрҙәрҙе лә оҫта башҡара. Репертуарына ҡарата бик иғтибарлы, талапсан. Шуға ла был йырсы башҡарыуында еңел-елпе йырҙар ишетеү мөмкин түгел.
Иртәгә, 21 мартта, өмөтлө йәш талантыбыҙ туған филармонияһында үткән тәүге шәхси концертына саҡыра. Ижадындағы ошондай ҙа иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы уның менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
– Алмас, мөһим ваҡиға алдынан ниндәй тойғолар кисерәһең?
– Тәүге шәхси тамашамды аңлатып бөткөһөҙ тойғолар менән ҡаршылайым, ныҡ тулҡынланам.
– Әҙерлек нисек бара?
– Ныҡ әҙерләнәм, әлбиттә, өҙлөкһөҙ тигәндәй репетиция бара. Концерт тураһында былтыр уҡ уйлана башлағайным, эш шул саҡтан уҡ бара, тиергә мөмкин. Шуға бөтәһе лә яҡшы булыр, тамаша матур үтер, тип өмөтләнәм.
– Ижади дуҫтарыңдан кемдәрҙе күрербеҙ?
– Әлбиттә, бер туған ағайым Рәфис Сирусин – сарала төп ҡунаҡтарымдың береһе, ул йырлап ҡына ҡалмай, алып барыусы ла була. Филармонияның Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры ла сығыш яһай. Сюрприздар ҙа булыр, барыһын һөйләп бөтмәйем инде, тамашасылар килгәс барһын да күрер, ишетер.
– Шәхси концерт хыялын оҙаҡ йөрөттөңмө?
– Был һәр йырсының хыялылыр ул. Уны, алда әйткәнемсә, былтыр планлаштыра башланыҡ һәм быйыл, Аллаһҡа шөкөр, уны үткәреү насип.
– Ижади тормошоңда кемдәрҙең ярҙамын асыҡ тояһың?
– Әлбиттә, иң беренсе хуплаусыларым – атай-әсәйем, ағайым, туғандарым, дуҫтарым, ижадташтарым. Филармония лекторийы етәксеһе Индира Илдус ҡыҙы Әсәҙуллинаға рәхмәтем ҙур, ул мине ошо концертҡа ныҡлы әҙерләне, көн дә репетициялар барҙы.
– Үҙең өсөн иҫтәлекле лә, мөһим дә көн алдынан тыңлаусыларыңа нимә әйтер инең?
– Хөрмәтле тамашасыларым, мин һеҙгә иң матур, моңло йырҙарымды бүләк итермен, яңыларының премьераларын ишетерһегеҙ. Бөтәгеҙҙе лә иртәгә концертымда тулҡынланып көтөп ҡалам!