Республикабыҙҙың бер нисә китапханаһы “Куратор и точка” конкурсы исемлегенә ингән. Уның һөҙөмтәләре 2 апрелдә Бөтә Рәсәй “Рәсәй төбәктәрендәге үҙәк китапханаларҙың милли һәм ведомство проекттарын тормошҡа ашырыуҙағы роле” форумында иғлан ителә. Был хаҡта БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә.
Конкурс – РФ Мәҙәниәт министрлығы менән Рәсәй дәүләт китапханаһының идеяһы, ул “Урындағы гений” (“Гений места”) проектына ярашлы үткәрелә. Был проект, үҙ сиратында, ил субъекттарында ижади иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелә. “Куратор и точка” конкурсы быйыл тәүгә ойошторола. Унда ҡатнашыуға илдең 49 төбәгенән 156 ғариза килгә. Шуларҙың 22-һе – Башҡортостандан, һәм араһынан бишәүһе шорт-исемлеккә индерелеп, еңеүгә дәғүә итә.
Беҙҙең китапханалар түбәндәге номинацияларҙа ҡарала:
– “Йыл кураторы”нда Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл модель китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Наталия Макарова һәм
Салауат ҡалаһының “Диалог” интеллект-үҙәге” үҙәк ҡала модель китапханаһының бүлек мөдире Юлия Нова;
– “Таланттар йыйылған иң яҡшы ҡала нөктәһе” номинацияһында – Салауат ҡалаһының “Диалог” интеллект-үҙәге” үҙәк ҡала модель китапханаһы;
– “Таланттар йыйылған иң яҡшы ауыл нөктәһе” номинацияһында – Ҡырмыҫҡалы район балалар китапханаһы; Дыуан районының зональ модель китапханаһы.
Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауыл модель китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы Наталия Макарова былтырҙан алып таланттар йыйыу урындары кураторы булып тора.
– Заманса китапханабыҙҙа ижади мөхит булдырам, килеүселәргә идеялары меннә уртаҡлашырға, хатта видеороликтар, подкастар төшөрөргә ярҙам итәм. Ярҙамға ҡыҙыҡлы спикерҙарҙы саҡырып, оҫталыҡ һабаҡтары, осрашыуҙар, тренингтар үткәрәм. Бындай мөхиттә ижади идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары тыуа, – тип һөйләй ул.
Ҡырмыҫҡалы балалар китапханаһында “Урындағы гений” проектында эшләү тураһында һөйләп ишеттерҙеләр.
– Проект китапхананы икенсе яҡтан асырға ярҙам итә. Балалар бында үҙ идеялары менән килеп, уны ысынбарлыҡ итеү сығанаҡтарын, фекерҙәштәр таба, китаптар һәм электрон сығанаҡтар менән файҙалана ала. Китапханала ижади индустрия йүнәлештәренә арналған махсус фонд булдырылды.
фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.