Бөтә яңылыҡтар
10

Республика театрҙары Өфөгә йыйыла

24 - 29 мартта республикабыҙ театрҙары Өфөлә йыйыла. Баш ҡалабыҙҙа театрҙар ун көнлөгө башлана.

Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла

24 - 29 мартта республикабыҙ театрҙары Өфөлә йыйыла – баш ҡалабыҙҙа театрҙар ун көнлөгө башлана. Тамашасылар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ярашлы сығарылып, үткән миҙгелдә ҡуйылған иң сағыу спектаклдәрҙе ҡарай ала. Республикабыҙҙың туғыҙ театры 10 әҫәрен тәҡдим итә.

24 мартта А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры БР Милли йәштәр театрында “Беҙҙең байлыҡ” спектаклен ҡуя. Уның премьераһы былтыр булды.

25 марттта Сибайҙың “Сулпан” балалар театры М.Ғафури исемендәге БДАДТ сәхнәһендә үҫмерҙәр өсөн ҡуйылған “Марсҡа ҡәҙәр бер билет”ты күрһәтә.

Шулай уҡ 25-ендә “Нур” театрында Стәрлетамаҡ ҡалаһы Рус драма театрының “Портрет” әҫәрен ҡарарға мөмкин.

26 март – М.Ғафури исемендәге БДАДТ, Салауат башҡорт дәүләт драма театры “Һөйөү көсө” спектаклен ҡуя.

27 март – И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры –  М.Ғафури исемендәге БДАДТ сәхнәһендә, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”.

Ошо уҡ көндә БР Милли йәштәр театры “Брат Чичиков” спектаклен, ә 28-ендә “Ҡара һыуҙар”ҙы күрһәтә.

28 март, көндөҙгө сәғәт 4-тә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры “Ваҡыт буйлап ғәжәп сәйәхәт” спектаклен тәҡдим итә. Киске сәғәт 7-лә әҫәрҙе ҡабатлау уйнау ҡаралған.

29 мартта Өфөнөң Йәш тамашасы театры “Каштанка” спектакле менән сығыш яһай.

29 март – “Нур” театры сәхнәһендә Туймазы татар драма театры “Тулғанай” әҫәрен күрһәтә.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.

 

Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Республика театрҙары Өфөгә йыйыла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: