Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин өсөн 24 март кисе икеләтә мөһим булды.
21 март кисе Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт моңо хөкөм һөрҙө. Талантлы йәш йырсы Алмас Сирусин был кистә тәүге яңғыҙ концертын ҡуйҙы. Тамашасылар туҡтамай алҡышланы, йырсыны гөлләмәләр менән бүләкләне.
Концерт бөтөүгә табан инде тотош зал матур күренешкә шаһит булды: Алмас сәхнәлә һөйгәне - бейеүсе ҡыҙ Сабина Дадашоваға тәҡдим яһаны.
Тамашасылар араһында йырсы егеттең ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары бар ине. Улар ғына түгел, бөтә зал геү килеп йәштәр өсөн ҡыуанды, дәррәү алҡыштарға күмде. Алмастың концертын алып барыусы ағаһы Рәфис Сирусин: "Концерт та ҡуйып, кәләш тә алып өлгөрҙө, маладис!" - тип ҡустыһын маҡтаны, "Хәҙер атай-әсәйебеҙҙең ике килене булды, Аллаға шөкөр", - тип ҡыуанысын да белдерҙе.
Алмас менән Зарина өсөн иҫтәлекле мәлде видеола ҡарай алаһығыҙ, дуҫтар) Йәштәргә бәхет теләйбеҙ!
Яҙманың, видеоның авторы - Рәүилә Ғатауллина.